Яйыҡ
+13 °С
Облачно
Новости
13 Февраля 2020, 12:45

Петуния рассадаһын үҫтереү

Төркөмдәшебеҙ Гөлдәр Йәғәфәрова: "Петуния үҫентеһен (рассадаһын) үҫтереү буйынса үҙемдең серҙәрем менән бүлешеп китәм - рәхим итегеҙ!" Ҡарға сәскәндән һуң ҡапҡасын ябам, йә шыптырҙаҡ (полиэтилен) эсенә ултыртам да, йылыға (20-25 градус) ҡуям. Әгәр тупрағығыҙ ҡоро булып, ирегән ҡар һыуы еүешләй алмаһа, һауыттың ситтәренән генә ҡаты сәй төҫөндәге фитоспоринлы һыу ҡоябыҙ. Һиптергес менән дә һиптереп сығырға мөмкин. Көн һайын бер-ике минутҡа ҡапҡастарын асып торам, ҡапҡастарындағы тирен (конденсат) һөртөп алам. 3 көндән яҡты урынға урынлаштырам (ҡайһы бер ҡабаланғандары шытып сығып оҙоная башламаһындар өсөн)???? Аҡ ептәре (тамыр буласаҡ) күренә башлау менән ҡапҡастарын саҡ ҡына асып ҡуям. Артыҡ еүешлек ауырыуҙарға килтерергә мөмкин. ???? Орлоҡ япраҡтары (семядольные листья) сыҡҡас та, ҡапҡастарҙы алмайым, нығынып алғандарынса һаман шулай асығыраҡ көйө тора. ???? Тупраҡ ҡорой башлаһа ғына һыу ҡоябыҙ. Һиптергес (пульверизатор) менән оҡшамай миңә, ипләп кенә балғалаҡ менән фитоспоринлы һыу ҡоям.

"Ашҡаҙар".
Читайте нас