Өфөнән 8-се класта белем алған Елена Казанцева "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһы барышында Башҡортостан етәксеһенең эш кабинетында булыу хыялы тураһында яҙған. Теләге ҡабул булды, уны Республика йортона саҡырҙылар. Радий Хәбиров эш урынын күрһәтте, эш тәртибе тураһында һөйләне. Шулай уҡ Мостай Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" китабын, башҡорт оҫталарының ҡул эштәрен бүләк итте, ҡыҙға уңыштар теләне.