Эйе, ҡараңғы мәлдә юлға сыҡҡан аттар тура мәғәнәлә балҡып торһон ине! Водителдәр алдан күреп, тиҙлекте кәметеп өлгөрһөн өсөн. Билдәле бит инде, йылҡы малы өркә икән, юлдан ситкә түгел, тап автомобиль өҫтөнә һикергән осраҡтар ҙа йыш була. Малҡайҙар алдан иҫкәртеп балҡыһын өсөн күп тә талап ителмәй – яҡтылыҡ ҡайтарған элементтар (светоотражающие элементы) беркетеү ҙә етә.
Район хакимиәтендә йылҡы тотҡан крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары менән үткән кәңәшмәлә һүҙ шул хаҡта барҙы. Учалы ветстанцияһы начальнигы Радис Таһиров әйтеүенсә, бындай элементтарҙы Ҡунаҡбай тирәһендә йөрөгән кемдеңдерҙер аттарына беркеткәндәр ҙә инде, әллә ҡайҙан йыраҡтан күренеп торалар, ти. Һәм был элементтарҙы үҙҙәренең учреждениелары аша үҙәкләштерелгән рәүештә ҡайтартырға тәҡдим итте – йылҡысыларға мәшәҡәте лә әҙерәк булыр, осһоҙораҡҡа ла төшөрҙөр.
Ә юлға аттар йыш сығалар – яҡында тибендә йәрөй торғандар бит. Өҫтәүенә автомобилдәр таймаһын өсән юлдарға тоҙ һибелә лә, малдар һыйланырға килә, тигән имеш-мимештәр ҙә йөрөй. Нисек кенә булмаһын, 2019 йыл малдар ҡатнышлығында районыбыҙҙа 36 юл-транспорт һәләкәте теркәлһә, быйыл – 3 осраҡ (был хаҡта гәзиттә яҙғайныҡ инде).
-Төп профилактика – малды ҡарауһыҙ сығарып ебәрмәү, мотлаҡ көтөүсе тәғәйенләү, -тип билдәләне ултырышты алып барған район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмас Рәхмәтуллин.
Бруцеллех менән ауыҙ ныҡ ҡына беште инде. Ике йылда мәжбүри рәүештә 280 баш йылҡы һуйыла, килограмы иң күбендә 40 һумдан тапшырыла. Эйәләренең юғалтыуҙарын самалауы ҡыйын түгел! Шуға ла ветстанция начальнигы Радис Таһиров йыл һайын үткәрелгән вакцинация, лаборатор тикшереүҙәрҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, идентификация мотлаҡ икәнлеген дә әйтеп үтте.
Күрше Силәбе өлкәһендә тап әле йәнә бруцеллез таралыу тураһында тағын да бер тапҡыр иҫкә төшөрәбеҙ, зинһар, башбаштаҡлы рәүештә мал, мал аҙығы, малсылыҡ продукцияһы ташымағыҙ!
Бөгөнгө көндә Учалы районында 5617 баш йылҡы аҫрала, шул иҫәптән 2990 бейә. Төп өлөш айырым кешеләргә тура килә, йорт хужалыҡтарында 3 меңдән ашыу баш ат аҫрала. Ә ауыл хужалығы предприятиеларында – 1054, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында – 1553 баш.
Былтырғы күрһәткестәр менән йылҡы һаны буйынса Учалы районы Башҡортостанда өсөнсө урында килә.
Йәшерәһе-батыраһы юҡ инде, район һабантуйындағы бәйгелә хәтәр хәлдәр ҙә булғылай. Йә кемдер көтмәгәндә ярыш трассаһы аша үтергә булып китә, йә бәғзе һантый ярыштан ярһыған аттар янына килеп фото төшөргө ниәтләнә... Шуға ла, именлелек тәьмин итеү өсөн быйыл ярыш маршруты бер ни тиклем үҙгәртеләсәк, тип хәбәр ителде. Йүнәлеш шул уҡ ҡала, әммә старт һәм финиш урындары күсерелә. Тамашасылар өсөн әллә ни айырма юҡ, әммә йылҡы белгестәре ҡыҙып-ҡыҙып фекер алышты, ҡайһы тирәлә серекәй күберәк йә аҙыраҡ икәнлеге лә әһәмиәткә эйә икән, ләкин төп фактор - кешеләргә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү.
Йәнә бер яңылыҡ – айырым дистанцияларҙа еңеүселәр шундуҡ иғлан ителә барасаҡ, юғиһә бәйгенең тулыһынса тамамланғанын көткәндә, ҡыҙығы китә, ти.
Трассаны нимә менән түшәргә, тигән һорау бер аҙ бәхәс сығарҙы. Ҡырсынташ (“отсев”) варианты кире ҡағылды – саң-туҙан борхотоп ятасаҡ. Иң ҡулайлыһы – ҡом түшәү, тигән уртаҡ фекер яңғыраны.
Кәңәшмәгә килеүселәр районда ат спорты, һыбай йөрөү учреждениелары булмауға үкенес белдерҙе. Алмас Адик улының һүҙенән, был өлкә менән айырым эшҡыуарҙар ҡыҙыҡһына башлаған икән. Яңылыҡтар булһа, шундуҡ хәбәр итербеҙ.
Ярыштар күберәк үткәрелһен, тигән теләк тә яңғыраны. Эйе, заманында “Ҡышты оҙатыу” бар ине, “Ирәмәл” ап спорты комплексы менән бергә ғәйеп булдылар. Әммә яңылары сығып тора бит. “Ҡадиров” крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Мозафар Ҡадиров быйыл өсөнсө тапҡыр “Барын-табын уйындары” үтәсәк, тип һөйөнсөләне. 16 май көнө. Бәйгенең төрҙәре күп булыр, шул иҫәптән һыбай килеш уҡ-һаҙаҡтан атыу, ылаҡ һәм башҡа.
Әйткәндәй, йылҡысыларға кооперативҡа берләшеп, йылҡы йөрөтөү өсөн махсус транспорт һатып алыуҙы хәстәрләү тәҡдиме лә ишетелде. Теләүселәр табылып, маҡсатҡа ирешеп булһа, сығымдарҙың төп өлөшөн дәүләт күтәрер ине бит. Райондан ситкә бәйгеләргә йөрөгәндә бик тә ҡулай булыр ине.
“Терра Башкирия” турниры быйыл 14 март үтәсәк (“терра” латин теленән “ер” тип тәржемә ителә). Был бәйгелә Учалы районынан кәмендә 8 сапҡыр ебәреләсәк. Транспортлау, һыбайлы һәм тренерҙы урынлаштырыу хәл ителәсәк, тип белдерҙе Алмас Адик улы. Ниндәй һыбайлылар һәм аттар районыбыҙҙы вәкилләйәсәк – ошо арала билдәләнә.
Әммә күптәрҙе борсоған һорау бар: бәйге шарттары буйынса башҡорт тоҡомло аттар ғына ҡатнаша ала, ә беҙҙең башҡорт тоҡомло аттарҙың “Учалы тибы” буй буйынса сиктәрҙе үтеп китә икән. Был сетерекле мәсьәләне хәл итеү буйынса турнирҙы ойоштороусыларға хат ебәреләсәк, моғайын да уртаҡ фекергә килеп булырҙыр.