Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһе тиҙҙән бик матурланасаҡ. Ошо арала Кремль, Ҡулса, Черниковка, Коммунарҙар урамдары биләмәһендәге кварталды планлаштырыу проекты буйынса фекер алышыуҙар башлана. Унда 1940 - 1950 йылдарҙа төҙөлгән ике ҡатлы иҫке йорттар урынлашҡан. Инвестор "Маштехресурсы" йәмғиәте 17 мең квадрат метр иҫке торлаҡты һүтеп, урынына 16 - 25 ҡатлы бейек йорттар һалмаҡсы. Уларҙа 5000-гә яҡын кеше йәшәй аласаҡ. Реновация проекты Затонда ла ғәмәлгә ашырылыуы күҙаллана. Төҙөүсе бер юлы социаль объекттар мәсьәләһен дә хәл итәсәк. Баш ҡалалағы бындай төҙөлөштәр илдә иғлан ителгән һәм ғәмәлгә ашырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты маҡсаттарына ирешеүгә лә булышлыҡ итәсәк. "Башинформ".