Яйыҡ
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Февраль 2020, 05:30

Үҙенсәлекле операция яһағандар

"Ашығыс ярҙам" дауаханаһының нейрохирургия бүлегендә үҙенсәлекле операция яһағандар.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Башҡортостан буйынса Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, "Ашығыс ярҙам" дауаханаһының нейрохирургия бүлегендә уникаль операция яһағандар, ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә һатып алынған юғары технологиялы микроскоп ярҙамында башҡарылған, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.
Миҫал өсөн, ҡатмарлы инсульт кисергән пациенттың башында артериовеноз мальформация тапҡандар. Яңы эрго-концепциялы операция микроскопы ярҙамында табип нейрохирург Рөстәм Шакиров пациентҡа ҡатмарлы операция яһаған һәм артериовеноз мальформацияны алып ташлаған. Юҡһа, 2х2х1,5 сантиметр ҙурлығындағы патологик күренеш пациентты инвалид итеүе йә иһә ғүмерен өҙөүе ихтимал булған. Әлеге ваҡытта пациент үҙен яҡшы тоя, тиҙҙән ул ҡәҙимге тормошҡа әйләнеп ҡайтасаҡ. Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас