Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
14 Февраля 2020, 12:30

Мөһим ваҡиғаға әҙерләнәбеҙ

Белеүебеҙсә, быйыл Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы уҙасаҡ. Уға әҙерлек эштәре дәррәү бара. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә сираттағы вебинарҙа Учалы мәғлүмәт үҙәге хәбәрселәренә лә ҡатнашырға тура килде.

Билдәле булыуынса, РФ Дәүләт Думаһында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолоп, мөһим ваҡиғаға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу мәсьәләләре ҡаралғайны. Росстат етәксеһе урынбаҫары Павел Смелов белдереүенсә, 2020 йылғы кампанияның яңылығы – ул “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында һәм махсус стационар пункттарҙа иҫәп алыу ҡағыҙҙарын электрон формала тултырыу мөмкинлегенең булдырылыуы. Шулай уҡ иҫәп алыусылар махсус программа урынлаштырылған планшеттар менән эш итәсәк.
Читайте нас