Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 16:50

Ҡасан байыйбыҙ?

Рәсәй Президенты Владимир Путин хәбәрселәрҙең граждандарҙың ҡасан мул тормошта йәшәй башлауын көтөргә тигән һорауҙарына яуап бирҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин хәбәрселәрҙең граждандарҙың ҡасан мул тормошта йәшәй башлауын көтөргә тигән һорауҙарына яуап бирҙе.
“Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа граждандарҙың реаль килемдәренең кәмеүен күрәбеҙ. Был беҙҙең проблемаларыбыҙҙың береһе. Уны беҙ хеҙмәт етештереүсәнлегенең һәм ВВПның үҫеше нигеҙендә хәл итергә тейешбеҙ. Бышҡа ысулдар, шул иҫәптән резерв фондтарҙан аҡса таратыу ҙа бер нимәгә лә килтермәйәсәк. Был проблеманы фундаменталь кимәлдә хәл итергә кәрәк”, - тине Президент, уҙған йылда эш хаҡы күләменең артыуын да билдәләп: “Килемдәр яйлап арта. Тик был ғына етмәй”.
“Был мәсьәләгә күберәк иғтибар бүлергә кәрәк”, - ти дәүләт башлығы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: