Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 16:55

Башҡортостан тәүгеләрҙән булып ветеринар участкалар өсөн шәхси кеҫә компьютеры менән йыһазландырыла

Ветеринарияла яңы алымдар. Проекттың пилот версияһы Стәрлетамаҡта ғәмәлгә ашырыла. Прибор берәҙәк хайуандар менән көрәшергә һәм малдарҙың электрон базаһын булдырырға ярҙам итәсәк, ти белгестәр.Бер төймәгә баҫтың да – мал тураһында барлыҡ мәғлүмәтте белдең. Стәрлетамаҡ ветеринар участкалары шәхси кеҫә компьютеры ярҙамында малдың паспортын, прививкаларын ҡарай. Ветеринария хеҙмәте өсөн был яңылыҡ эште күпкә еңеләйтә.Проекттың төп маҡсаты - ветеринария хеҙмәтен автоматлаштырыу һәм һанлаштырыу. Ҡулайлама ярҙамында юғалған малдарҙы, йорт хайуандарының хужаларын табырға мөмкин, ти белгестәр. Быны беҙ тикшереп ҡарарға булдыҡ.Быға тиклем биркалағы штрих-кодты сканер аша үткәрергә, артабан стационар компьютер аша мәғлүмәтте ҡарарға мөмкин ине. Хәҙер смартфонды хәтерләткән прибор ветеринарҙарға малды үҙаллы терәү үткәрергә, вакциналарын тикшерергә ярҙам итә. Шулай уҡ онлайн режимда малҡайҙарҙың йөрөгән урынын күҙәтеп торорға була.Прибор менән бергә принтер ҙа һатып алына. Бындай комплект 40 мең һумға тиклем барып етә. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ветеринар хеҙмәткәрҙәре 10 шәхсән компьютер менән тәьмин ителгән. Йыл аҙағына тиклем республиканың барлыҡ 521 ветеринар участкаһы заманса ҡулайлама менән йыһазландырыласаҡ. Шулай уҡ йорт хайуандарына чиптар ҡуйыу дауам итәсәк, ти белгестәр.Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Ветеринарияла яңы алымдар. Проекттың пилот версияһы Стәрлетамаҡта ғәмәлгә ашырыла. Прибор берәҙәк хайуандар менән көрәшергә һәм малдарҙың электрон базаһын булдырырға ярҙам итәсәк, ти белгестәр.
Бер төймәгә баҫтың да – мал тураһында барлыҡ мәғлүмәтте белдең. Стәрлетамаҡ ветеринар участкалары шәхси кеҫә компьютеры ярҙамында малдың паспортын, прививкаларын ҡарай. Ветеринария хеҙмәте өсөн был яңылыҡ эште күпкә еңеләйтә.
Проекттың төп маҡсаты - ветеринария хеҙмәтен автоматлаштырыу һәм һанлаштырыу. Ҡулайлама ярҙамында юғалған малдарҙы, йорт хайуандарының хужаларын табырға мөмкин, ти белгестәр. Быны беҙ тикшереп ҡарарға булдыҡ.
Быға тиклем биркалағы штрих-кодты сканер аша үткәрергә, артабан стационар компьютер аша мәғлүмәтте ҡарарға мөмкин ине. Хәҙер смартфонды хәтерләткән прибор ветеринарҙарға малды үҙаллы терәү үткәрергә, вакциналарын тикшерергә ярҙам итә. Шулай уҡ онлайн режимда малҡайҙарҙың йөрөгән урынын күҙәтеп торорға була.
Прибор менән бергә принтер ҙа һатып алына. Бындай комплект 40 мең һумға тиклем барып етә. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ ветеринар хеҙмәткәрҙәре 10 шәхсән компьютер менән тәьмин ителгән. Йыл аҙағына тиклем республиканың барлыҡ 521 ветеринар участкаһы заманса ҡулайлама менән йыһазландырыласаҡ. Шулай уҡ йорт хайуандарына чиптар ҡуйыу дауам итәсәк, ти белгестәр.
Автор: Әлфинә Килдейәрова.
Читайте нас: