Яйыҡ
+30 °С
Ясно
Новости
17 Февраля 2020, 07:11

Ер тетрәнгән Ҡолош яҡтарында. Абайламаныҡ.

12 фераль Ҡаҙағстан станцияһында Урал тауҙарында ике ер һелкенеү осрағын теркәгәндәр. Тәүләп түгел инде....

12 фераль Урал тауҙарында ике ер һелкенеү осрағы теркәлгән.
Береһе (3,0 балл магнитудалы ) Силәбе өлкәһенең Нязепетровск ҡасабаһы районында булһа, икенсеһе, 2,8 магнитудалыһы – Ҡотой, Ҡолош, Муса ауылдары янында, тип белдерҙе “Башинформ” агентлығы. Был ауылдарҙағы кешеләрҙән һораштыҡ - тоймағандар ҙа икән. Бер иптәш былай тип тә әйтте – “...ниҙер гөрһөлдәһә лә, артыҡ иҫ китмәҫ ине, комбинат шартлата, тип уйлап ҡына ҡуйыр инек. Элек карьер үҙләштергәндәрендә һиҙелә торғайны бит”.
Ә бит былтыр көҙ еңелсә булһа ла, тоташ серия ер һелкенеүҙәр теркәлгәйне төбәгебеҙгә сағыштырмаса яҡын тирәләрҙә. Шул иҫәптән19 ноябрь беҙҙең Абҙаҡ ауылынан 20 километрҙа ла һелкетә.
Ғалимдар фаразы буйынса, әллә ни ҡурҡыныс бер нәмә юҡ. Урал тауҙары 5 миллионлап йыл элек күтәрелә башлағандар, йылына 5-7 миллиметр үҫә, ошо процесс ҡайһы саҡ ер һелкенеүгә килтерә, тиҙәр.
Һәм был күренеш бөгөн генә килеп сыҡмаған, ти, әммә элеккеләре киң йәмәғәтселеккә билдәһеҙ ҡалһа, хәҙер интернет йәһәт тарата. Беҙҙең регионда иң ҡеүәтле, 6,5 магнитудалы ер тетрәү 1914 йыл Сверловск яғындағы Билимбай ҡасабаһында теркәлә. Тарихсы Василий Юматов та 1848 йыл башҡорт риүәйәттәрен нәшер иткән була, унда ла 1549 йыл Шишмә районың Илкәш ауылы янында “...ер ыңғырашыуы, ә һуңынан ҡыш үтә ҡарлы һәм ҡаты һыуыҡ килеүе” тураһында яҙып ҡалдырған, ти.
Бер һүҙ менән, Башҡортостанда зыян килтерлек ер һелкенеүҙәрҙең ихтималы түбән тиелә. Шулай ҙа уяулыҡты юғалтмайыҡ, кинәт ер һелкенә башлай икән, бинанан сығыу хәйерлерәк. Күмелеп ҡалыу йә башҡа ниҙер ишелеү ҡурҡынысынан ҡотолғас, янғын, газ, электр энергияһы именлеген хәстәрләү зарур.
Читайте нас