21 февралдә генерал-майор, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Диктантты Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы, Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойоштора.Сара сәғәт 12-лә башлана. Үткәреү урыны: Өфөлә Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты. Заявкаларға ярашлы, диктантты урындарҙа башҡа мәғариф учреждениеларында, йәмәғәт ойошмалары майҙансыҡтарында ла яҙа алалар. Диктантты алты телдә-башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә яҙасаҡтар.Дикторҙар итеп билдәле шәхестәр һайланған. Мәҫәлән, башҡорт телендә тексты танылған актер, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыясаҡ. Башҡорт телендә диктант Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтәсәк. Диктант өсөн яҙыусы-публицист, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының политбүлеге етәксеһе урынбаҫары Сәғит Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланған.