2024 йылға тиклем «Мәҙәниәт» милли һәм төбәк проекттары сиктәрендә Башҡортостанға 10 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был турала ведомствоның киңәйтелгән ултырышында билдәләнде. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, республикала милли проекттың барлыҡ бурыстары ла үтәлгән. «Мәҙәни мөхит», «Ижад кешеләре», «Һанлы мәҙәниәт» төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ғына 884 миллион һум аҡса тотонолған. Шулай уҡ алдағы биш йылда 85 мәҙәни объект буйынса яңы төҙөлөш, йә капиталь ремонт планлаштырылған.