Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадрҙар сәйәсәтендә үҙгәрештәр тураһында хәбәр итте. Бер юлы өс районда башлыҡ алмашынды.
Шулай итеп, Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын Андрей Иванюта башҡарасаҡ. Ул Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры һәм депутат булараҡ билдәле. Уға тиклем был урында эшләгән Владислав Миронов икенсе урынға эшкә күсә. Радий Хәбиров белдереүенсә, ул шулай уҡ дәүләт структураһында эшен дауам итәсәк.
Ҡыйғы районында Зөһрә Гордиенко, хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тигән һүҙбәйләнештән ҡотолоп, бурыстарын даими үтәй башланы.
Радий Фәрит улы Зөһрә Гордиенконы Ҡыйғы районына хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләгән саҡта республикала артабан да ҡатын-ҡыҙҙар ошондай мөһим урындарҙы биләйәсәк тигәйне. Күп тә үтмәне, ул һүҙендә торҙо. Бөрө районына хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы тип Юлиә Галковская билдәләнде.