Яйыҡ
+16 °С
Дождь
Новости
17 Февраля 2020, 10:40

Тағы бер ҡатын-ҡыҙ башлыҡ

Зөһрә Гордиенконың ҡул арты еңел булды. Бөрө районында хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы район етәксеһенең беренсе урынбаҫары Юлия Андреевна Галковскаяға йөкмәттеләр.

Бөрө районы хакимиәте башлығы Василий Петров ваҡытынан алда үҙ теләге менән эштән китергә ҡарар иткән. Бөгөн, 14 февралдә, Бөрө районы Советы уның теләген ҡәнәғәтләндерҙе һәм хакимиәт башлығының ҡарарын ҡабул итте.
Шул уҡ ваҡытта хакимиәт башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыуҙы район етәксеһенең беренсе урынбаҫары Юлия Андреевна Галковскаяға йөкмәттеләр. Ул районға башлыҡ вазифаһына конкурс үткәрелгәнгә һәм яңы хужа тәғәйенләнгәнгә тиклем етәкселек итәсәк.
Ҡатын-ҡыҙҙың муниципалитет етәксеһе вазифаһына үрләтелеүе - республика тарихында икенсе тапҡыр. Яңыраҡ Зөһрә Гордиенконы Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнеүе менән ҡотлағайныҡ.
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас