Башҡортостан ауылдарына эшкә ҡайтҡан уҡытыусыларға 1 миллион һум аҡса түләнә.Бөгөн республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында түләүҙәр тураһында ҡарар баҫылып сыҡты.Субсидиялар өс йыл дауамында - 2020-2022 йылдарҙа бүленә. Аҡса алырға хоҡуҡлы дәғүәселәрҙе конкурс комиссияһы һайлай. Ҡатнашыу өсөн ғаризалар йыл һайын 10 ғинуарҙан 15 апрелгә тиклем ҡабул ителә.Бына төп шарттар:— уҡытыусының йәше 50-нән артмаҫҡа;— махсус белеме булырға тейеш;— мәктәпкә аҙнаһына 18 сәғәттән кәм булмаған йөкләмә менән эшкә урынлашырға;— мотлаҡ 5 йыл эшләргә;— ауылға йәки ҡала тибындағы ҡасабаға йә иһә 50 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән ҡалаға күсенергә кәрәк;— шул уҡ муниципалитетта йәки буласаҡ эш урынынан 50 саҡрымдан кәмерәк алыҫлыҡта йәшәгәндәр конкурста ҡатнаша аламай.Ғариза биреү тәртибе бында яҙылған:https://education.bashkortostan.ru/activity/19767/