Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 15:50

"Ҡуштау мине бик борсой"

Ҡуштау темаһы мине ныҡ борсой»: Радий Хәбиров Ҡуштауҙы яҡлаусылар менән осрашты.

Ҡуштау темаһы мине ныҡ борсой»: Радий Хәбиров Ҡуштауҙы яҡлаусылар менән осрашты.Кисә Хөкүмәт Йортонда Радий Хәбиров шиханды эшкәртеүгә ҡаршы сығыш яһаған йәмәғәтселәр һәм ғалимдар менән осрашты. Уларға эшкәртеүҙән зыянды кәметеү, тауҙың үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһын һаҡлап ҡалыу буйынса комиссия составына индергә тәҡдим ителде.«Һис шикһеҙ, мине лә, һеҙҙең кеүек үк, Ҡуштау темаһы ныҡ борсой. Мин ҡарашымды әйттем - Ҡуштау эшкәртелә. Беҙгә ил өсөн стратегик етештереүҙе туҡтатырға һәм меңәрләгән кешене эшһеҙ ҡалдырырға бер кем дә рөхсәт итмәҫ», — тине Хәбиров.Яңыраҡ мин Юрий Шевчук менән осраштым һәм уның менән ошо тема хаҡында фекер алыштым, тип өҫтәне ул. «Ул да битараф түгел, борсола. Һәм ул минән ғалимдар менән осрашыуымды һораны. Мин диалог яҡлымын, һәр саҡ һеҙҙең фекерҙе ишетергә әҙермен».Эштәр башланғанға тиклем ҡалған ваҡытты Хәбиров хәлде нисек йомшартыуға арнарға тәҡдим итте.Сығанаҡ: Башинформ
Читайте нас: