Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2020, 17:52

Яҡшы инициатива - аҙыҡ-түлекте тәләф итмәү

Дәүләт һалым һорамаһа, ҙатылмаған ризыҡ астарға күберәк тәтер

Илебеҙҙә йыл һайын ашарға яраҡлы 17 миллион тонна аҙыҡ-түлек сүплеккә ырғытыла . Ниңә? Сөнки, һәләк тә сәйер закондар күп беҙҙә. “Әйтәйек, ҡулланыу ( һәм һатыу) ваҡыты сығып барған 25 һумлыҡ йогуртты фәҡирҙәргә, астарға бушлай тотторһа, магазин хужаһы 12 һум дәүләткә һалым түләргә тейеш”, - тип самалай Дәүләт Думаһы депутаты Николай Валуев. Элекке бокс чемпионының тәҡдимен коллегалары кире ҡаҡмай икән, һатылмай ҡалған аҙыҡ-түлекте магазин хужалары хәйриә маҡсатында һалым түләмәйенсә бирә аласаҡтар. Рәсәйҙә тәләф ителгән 17 миллион тонна ризыҡ 30 миллион кешенең хәлен уғата яҡшырта алыр ине, тип самалай белгестәр. Ә донъя кимәлендә тамам ҡурҡыныс һандар: тулайым етештерелгән аҙыҡ-түлектең өстән бер өлөшө сүплеккә ебәрелә, йылына 1,3 миллиард тонна, аҡсаға әйләндергәндә 7,7 триллион доллар. Аҙағғы хәйерле булһын инде, һәр валсыҡ икмәктең ысын ҡәҙерен ҡайтанан аңларға тура килмәһен!
Читайте нас: