Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2020, 18:25

Тәүге дүрт миҙал

Ветерандарҙы аяҡ үрә тәбрикләнеләр

Бөгөн район Советы сессияһы бик үҙенсәлекле башланды - тәбәгебеҙҙәге хөрмәтле ветерандарға тәүге “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы” миҙалдары тапшырылды.
Бына улар:
Вәлиев Әхмәт Хажи улы (15.08.1927 йыл), өлкән сержант. Япондар менән алыша.
Пирожок Петр Иванович (03.09.1927 йыл), өлкән лейтенант, элемтәсе. Япондар менән алыша.
Хәмитов Фәрит Вәлиәхмәт улы (10.08.1925 йыл), сержант. 1-се Украина фронты сотавында немец илбаҫарҙарына ҡаршы алыша.
Өс яугир ҙа байтаҡ орден-миҙалдар кавалерҙары.
Тыл ветерандары ла онотолманы, Маһиямал Зөбәйер ҡыҙы Хәмитованың (1929 йылғы) түшенә лә миҙал тағылды.
Был миҙал 2019 йылдың 13 июнендә РФ Президенты Указы менән булдырыла. Тәүге 4 миҙалды быйыл ғинуар айында Путин үҙе Петербургта ветерандар менән осрашҡанда тапшырҙы.
Читайте нас: