Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Новости
19 Февраля 2020, 06:05

Тракторҙар һатып алына

Урман хужалығы министрлығы тағы ун трактор һатып аласаҡ. Бының өсөн республика бюджетынан 27,5 миллион һум аҡса бүленгән.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Техник талаптарға ярашлы, тракторҙар 2020 йылда етештерелгән булырға тейеш, шулай уҡ контрактты 30 майға тиклем үтәү фарыз. Аукционда ҡатнашырға теләгәндәр 17 февралгә тиклем ғариза тапшырҙы, сара үҙе 20 февралдә уҙасаҡ. Техника “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын бойомға ашырыуға йүнәлтелгән сараларға ярашлы һатып алына. Тракторҙар урманды тергеҙеүҙә һәм янғынға ҡаршы көрәштә файҙаланыласаҡ. Яңы техника ведомствоға ҡараған урман хужалығы предприятиеларына бирелә. Әйткәндәй, әле уларҙа ҡулланыуҙа булған техниканың 124 берәмеге 1985-1998 йылдарҙа етештерелгән. Былтыр “Экология” милли проекты буйынса федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға 22 яңы трактор һатып алынған. БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас