Яйыҡ
+30 °С
Облачно
Новости
20 Февраля 2020, 11:05

Путин Кореяға йыйына

Путин Кореяға йыйына

“2018 йылдың 22 июнендә Мәскәүҙәге һөйләшеүҙәр барышында Президент Владимир Путин Корея Республикаһы етәксеһе Мун Чжэ Индың саҡырыуын ҡабул иткәйне. Әле дипломатик каналдар буйынса сәфәр ваҡыты яраштырыла”, – тине ул.
Илсе әйтеүенсә, 30 йыллыҡ дипломатик мөнәсәбәттәр юҫығында Мәскәү менән Сеул араһындағы бәйләнештәрҙең әүҙемләшеүе көтөлә.
Мәғлүм булыуынса, Корея Республикаһы Азия-Тымыҡ океан төбәгендә Рәсәйҙең иң мөһим партнерҙарының береһен тәшкил итә. Ике ил парламенттары һәм именлек советтары араһындағы мөнәсәбәттәр әүҙем үҫешә. Дәүләттәр араһында сауҙа, инвестиция, балыҡсылыҡ, хәрби-техник, мәҙәни хеҙмәттәшлек һәм башҡа өлкәләрҙе үҙ эсенә алған 50-нән ашыу килешеү төҙөлгән.
"Йәйғор" гәзите
Читайте нас