Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 18:55

Бала ҡайғыһы

Ерҙә шундай яҙмыштар була, ҡабатланмаҫ, ғибрәтле, тетрәндергес яҙмыштар… Ирекһеҙҙән шул кешеләргә ҡарайһың да, нисек күтәрә икән был барыһын да, тип ғәжәпләнәһең… Булғаныңа, тормошоңа рәхмәт әйтеп, эстән генә белер-белмәҫ доғаңды уҡып ҡуяһың…Зәлиә, ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы, ҡарт әсәһендә үҫте. Әсәһен үлтергән өсөн оҙаҡ йылдар төрмәлә ултырып ҡайтҡан атаһын үҙ итә алманы. Шуға күрә тыуған өйөнә ҡайтманы. Өләсәһе уға, бирә алған тәрбиәһен биреп, тырыш, аҡыллы ҡыҙ итеп үҫтерҙе. Зәлиә үҙ көсө менән институтҡа уҡырға инде. Шунда таныштылар буласаҡ ире Айҙар менән. Араларында ялҡынлы мөхәббәт уты ҡабынып, дүртенсе курста өйләнештеләр.

Ерҙә шундай яҙмыштар була, ҡабатланмаҫ, ғибрәтле, тетрәндергес яҙмыштар… Ирекһеҙҙән шул кешеләргә ҡарайһың да, нисек күтәрә икән был барыһын да, тип ғәжәпләнәһең… Булғаныңа, тормошоңа рәхмәт әйтеп, эстән генә белер-белмәҫ доғаңды уҡып ҡуяһың…
Зәлиә, ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы, ҡарт әсәһендә үҫте. Әсәһен үлтергән өсөн оҙаҡ йылдар төрмәлә ултырып ҡайтҡан атаһын үҙ итә алманы. Шуға күрә тыуған өйөнә ҡайтманы. Өләсәһе уға, бирә алған тәрбиәһен биреп, тырыш, аҡыллы ҡыҙ итеп үҫтерҙе. Зәлиә үҙ көсө менән институтҡа уҡырға инде. Шунда таныштылар буласаҡ ире Айҙар менән. Араларында ялҡынлы мөхәббәт уты ҡабынып, дүртенсе курста өйләнештеләр.
Айҙар ҡатынын, уҡыуҙы тамамлағас, үҙ ата-әсәһе янына йәшәргә ауылға алып ҡайтты. Уңған, асыҡ йөҙлө Зәлиә ҡәйнәһе-ҡайныһының күңеленә хуш килде. Бер-ике йыл улар йортонда йәшәгәс, бер иҫке генә өйҙө һатып алып, шунда айырым тора башланылар. Ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, Айҙарға тартым улдары Илгиз тыуҙы. Ялдың ни икәнен белмәгән ир менән ҡатын, тырыша торғас, кирбестән магазин һалдырып, шунда сауҙа итә башланы. Тырышҡандары бушҡа китмәне. Тормоштары мулланды. Зәлиә бик бәхетле ине был мәлдә. Ире тырыш, эшсән. Бына тигән улдары үҫеп килә. Сауҙа ла алға бара...
Эйе, бик һөйөндө Зәлиә. Әллә шулай үҙ бәхетенә үҙе күҙ тейҙерҙе, әллә яҙмыш юлдары бормалы - ире уға ҡарата һыуына башланы. Өҫтәүенә, кибеттәрендә һатыусы булып йәш, сибәр, сая Гөлсинур эшләй башлағас, бөтөнләй үҙгәрҙе Айҙар. Башта бер ни һиҙмәй-күрмәй йөрөгән ҡатын ирен ҡыҙ менән тотҡас ҡына "йоҡоһо"нан уянды. Бик ауыр кисерҙе Зәлиә хыянатты. Ҡайғынан ябыҡты, ҡара көйҙө. Шулай ҙа, ғаиләһен һаҡлап ҡалыу өсөн, күңелендәге нәфрәтен баҫып, ирен өйҙә яҡшы ҡаршы алды, һәйбәтләп эшкә оҙатты. Айҙарҙың ата-әсәһе өгөтләй торғас, Зәлиә үпкә-асыуҙарын күрһәтмәгәс, Айҙар менән аралары йылынған да кеүек ине. Бер-бер артлы тағы бер ҡыҙ һәм малай тапты Зәлиә. Телсән ауыл халҡы, был ҡатын ирен балалар менән тотмаҡсы була, тип күпме генә тел сарлаһа ла, Зәлиә үҙенсә көрәште бәхете өсөн. Уға бүтәнсә ярамай ине. Был донъяла япа-яңғыҙы ҡалған ҡатынға кем ярҙам итһен дә, кем асыҡ йөҙ күрһәтһен?
Ә байыраҡ абзыйҙарҙың аҡсаларын көрәп алырға яратҡан Гөлсинурға иһә яңы “хужа” табылды. Үҙенән әллә нисә йәшкә оло, ғаиләле, хәлле ирҙән малай табып, шул бала иҫәбенә мул ғына йәшәй башланы.
Йөрәгендә иренең хыянаты һалған яра һулҡылдап-һулҡылдап алһа ла, тормоштары көйләнгән кеүек ине. Үҙе лә уңған, кешене лә эшләтә белгән Айҙар, кибеттәренән тыш, резина-пластик әйберҙәр яһай торған, ҙур булмаһа ла, табышлы эш асып, башы менән шунда сумды. Тик бер киҫелгән икмәк кире йәбешмәгән кеүек, араларындағы ваҡытлы бәхет тә тиҙ эрене. Йәше ҡырҡты уҙыуға ҡарамаҫтан, кәүҙә-тәне һаман йәш ҡыҙҙарҙы һораған Айҙар тағы Гөлсинурға һуғылып йөрөргә тотондо, аҙаҡ уның янына йәшәргә күсеп китте. Үҙенең өс балаһын ташлап, кешенекен үҫтерә башланы. Үҙенекеләр янына килгеләп йөрөһә лә, Зәлиәгә уны күреү күрмәүҙән артыҡ ине. Оло улын армияға оҙатып, ике балаһында йыуаныс тапты ҡатын. Ирен аңларға тырышты. Кем кәрәк уға? Ниңә шулай мыҫҡыл итә? Артыҡ нәмә бар ул Гөлсинурҙа? Шул һорауҙарға яуап таба алмайынса, төндәрен яңғыҙ үткәрҙе ҡырҡ йәшлек ҡатын.
Ире ташлап киткәс, үҙен донъяла иң ҡыйырһытылған кеше тип һанаған ҡатын ысын бәхетһеҙлектең ни икәнен белмәй ине әле. Хәрби хеҙмәттән яңы ғына ҡайтҡан улдары Илгиз, бик ҡиммәтле машинаны бәрҙереп, ҡурҡыуынанмы, башын элмәккә тыҡты... Ата менән әсә, үҙ тормоштары менән мауығып, улдарын ҡотҡарып ҡала алманы. Зәлиә ҡайғынан бөгөлөп төштө. Ир ҡайғыһы бер ни түгел икән дә, бала ҡайғыһына ҡарағанда…
Ә Айҙар аҡсалата ярҙам биргәндә бирҙе, бирмәгәндә - юҡ. Емерелеп барған донъяларын да ҡарашманы. Башта килендәрен бик яратҡан ҡәйнәһе менән ҡайныһы ла Зәлиәгә ҡырын ҡарай башланы. Ейәндәре Илгиздең аҫылыныу сәбәбен унан күрҙеләр. Зәлиәнең үҙенең дә элмәккә менгеһе килгән саҡтары күп булды. Улын юғалтҡас, йәшәү мәғәнәһен тапманы. Ҡасандыр бәхет нуры балҡыған йорттарында тыныслыҡ тапманы. Нисә тапҡыр, сығып китәм, тип талпынһа ла, аҡса юҡлығы ҡулынан тота килде. Алдағы көнгә өмөтө өҙөлдө, ҡанаттары һынды...
Бер көн Зәлиәне үҙҙәренән өс йорт аша ғына йәшәгән Фәһимә саҡырып алды. Ул үҙе генә түгел ине. Ишек алдында шаҡ-шоҡ килгән уртаса буйлы, сал инә башлаған сәсле, таныш булмаған ир-егетте күргәс, кире сығырға ымһынған Зәлиәне Фәһимә ҡулынан тартып тиерлек өйөнә алып инде. Теге ишек алдындағы ир ингәнсе, ҡолағына бер-ике һүҙ бышылдап өлгерҙө: “Ике туған ҡустым Шәриф. Ҡатыны үлде ике йыл элек. Һинең менән танышҡыһы килә”, — тине, күҙ ҡыҫып. Фәһимә шул арала килеп ингән Шәрифте һәм Зәлиәне сәй өҫтәле янына ултыртты ла үҙе кинәт кенә сығып китте. Ир эште ҡыҙыу тотто.
- Мин һинең хаҡта ишетеп беләм, — тине ул. – Күпте күрҙең. Үҙең тураһында һөйләмәһәң дә була.
Зәлиәнең һораулы ҡарашын тойоп, үҙе хаҡында бер нисә һүҙ әйтте. Ике йыл элек ҡатынын юғалтҡан. Үҙенә тормош көтөрлөк ышаныслы пар эҙләй…
- Минең менән бик еңел булмаҫ ул һеҙгә. Тормош йөгөм бик ауыр шул, — тип кенә әйтә алды уға Зәлиә.
- Ә мин еңеллек эҙләүселәрҙән түгел, — тине Шәриф.
…Башта бер нәмә лә вәғәҙә итмәгән Зәлиә, Шәриф менән аралаша-яҡынлаша торғас, Айҙарҙың ҡурҡытыу-янауҙарына ҡарамайынса, ике балаһын алып яңы ире янына күсеп китте…
Автор: Самат Ғәлин.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bala-ay-i-inan-da-auiri-yu-tir-63570/
Читайте нас: