Төркөмдәшебеҙ Рамай Ҡаһирҙан фәһемле тарих. Диҡҡәт менән уҡығыҙ.Кешегә үлем теләмә, үҙеңә ғүмер телә...Булған хәл.Яңыраҡ дауахана юлында күптән күрмәгән бер танышымды осраттым. Һөйләшеп торҙоҡ. Ул 1997 -2003 йылдарҙа, Учалы районының, Нефтебаза ҡасабаһы эргәһендә, бер шәхси эшҡыуар асҡан, таш бысыу цехында эшләгән. Сменалы эштә бардюр бысҡандар. Былар планды тиҙ генә тултыраларҙа, сит - яттар күрмәгәндә, ҡәбер таштары бысып, магазиндан күпкә арзаныраҡ хаҡҡа халыҡҡа һаталар икән. Бригада ла эшләгән ете кешенең - икәүһенең ишек алдын ошо әҙер продукция менән тултырғандар. Хаҡы арзан булғас - халыҡ алыштырып торған инде. Үҙҙәре лә ҡолаҡтарын ҡарпайтып, яҡын - тирәләге ауылдарҙа берәйһе үлмәнеме икән тип, хәбәрҙәр булып йөрөгәндәр. Мәйет ятҡан йортҡа барып, таштарын тәҡдим итеп, аҡсаға, араҡыға алмаштырғандар. Аҡмаһа ла тамып торған инде.Бер мәлде берәүҙә үлмәй икән.Эшкә киләләр - баш юнәтергә аҡса ла, араҡы ла юҡ. Былар булалмай, яңыраҡ эшкә кергән был танышыма:— Берәй белгән, оло йәштәрҙәге танышың юҡмы, тәҡдим итеп ҡара, - тигәндәр. Тегенең РТС ҡасабаһында хаҡлы ялға сыҡҡан әбейе йәшәгән.Төшкө аш мәлендә шуның өйөнә барып, әү -хәүәл белешкәс, танышым:— Әбей, һиңә арзан ғына хаҡҡа ҡәбер ташы кәрәкмәйме? - тип, һорашҡан. Хужабикә тыныс ҡына:— Ярар, улым, уйлармын, иртәгә кил. - тигән. Икенсе көнөнә әбей : Балаларым менән кәңәшләшкәйнем, улар, - Инәй, үлергә ашыҡма, һин беҙгә, ейән - ейәнсәрҙәреңә кәрәкһең. Хоҙай һаҡлаһын, әгәр ундай хәл була ҡалһа - ҡәбер ташын үҙебеҙ ҙә алып ҡуярбыҙ, тинеләр, тигән....Һыуҙар аҡҡан, йылдар үткән.Танышымдың әбейенән күпкә йәшерәк булған ата - әсәһе бер - бер артлы донъя ҡуйған. Ҡатыны аварияға эләгеп һәләк булған. Берҙән - бер бөртөк улы, эскеселек һаҙлығына батып, аҫылынып үлгән. Көтмәгәндә, төндә ағаһының йорто янып китеп, бөтә ғаиләһе һәләк булған...Оҙаҡ йылдар таш бысып, һаулығын арыу ғына ҡаҡшатҡан, инде хаҡлы ялға сыҡҡан танышым күҙҙәрен йәшләндереп:— Ауырыйым яҡташ, дауахананан башым сыҡмай, үлермен инде... -тимәһенме. Үҙемдә һиҙмәстән:- Ә теге әбейең, тереме һуң? - тип, ысҡындырҙым.- Тере, нимә булһын уға, быйыл 94 йәшен тултырҙы. Һаман үҙ аяҡтарында атлап йөрөй, аҡылы ла теүәл. Тик ҡолаҡҡа ғына ҡатыраҡ, - тине танышым....Ул мине ауыр уйҙарға батырып, йүткерә - йүткерә дауахана яғына атланы.