Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2020, 15:34

Сейфты емерә алманы

Ә йоҡонан урлашҡан яҡташыбыҙҙы полиция уятты

Бер 36 йәшлек Учалы районы кешеһе кафе тотҡан эшҡыуарға йөк тейәүсе булып яллана. Бер ай ҙа эшләп өлгөрмәй, анһатыраҡ аҡса төшөрөү уйы килә башына. Хужаның аҡсаны сейфта тотоуын абайлай. Ошо көндәрҙә, эшҡыуарҙың ҡайҙалыр киткәнен көтөп ала ла, сейфты тейәп (такси автомобиленә!) ҡәйнәһенә алып китә. Әммә тимер ҡумта ул көткәндән нығыраҡ булып сыға – күпме генә аҙапланмаһын, аса алмай.
Кәйефе ҡырылған бур ҡайғынан хәмер эсеп, серем итергә ята, тип хәбәр итте БР буйынса эске эштәр министрлығы. Йоҡонан иһә яҡташыбыҙҙы полиция уята.
“Медвежатник” (сейфтарҙы ҡутарыуға махсуслашҡан бур) булырға аҙапланған ир ҡулға алынды.
Уның үҙенә лә, мәҡәләне уҡыусыларға ла ҡыҙыҡ булырҙыр – сейфта документтар һәм 54 мең һум аҡса ятҡан була. Сейф хужаһына ҡайтарылды. Фото - Эске эштәр министрлығы сайтынан.
Читайте нас: