Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2020, 13:30

Ипотека процентын кәметергә

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ипотека процентын кәметергә тәҡдим итә

Был «Әсәлек капиталы»н һөҙөмтәлерәк ҡулланырға булышлыҡ итәсәк. Мәғлүм булыуынса, быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә «Әсәлек капиталы»н беренсе бала тыуғанда ла бирергә лә тәҡдим итте. Әле уның күләме 466 мең һум. Ә инде икенсе бала тыуһа, дәүләт ярҙамы 616 мең 617 һум тәшкил итәсәк. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, әле 80 проценттан ашыу ғаиләләр, «Әсәлек капиталы»н торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтә. Бер аҙҙары ғына балаларын уҡытыуға тотона, физик мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе реабилитациялау өсөн ҡулланғандар бар. Шуға «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе «Әсәлек капиталын» һөҙөмтәһен арттырыу өсөн ипотека проценттарын да төшөрөргә кәрәк тип иҫәпләй.
Читайте нас: