Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2020, 02:19

Йәшнәп йәшәлгән ғүмер

==Йәшнәп йәшәлгән ғүмер.==Эльвир киске Юлдаш каналының тауышын күтәрә биреп,күңелгә ятышлы оҙон көйҙәрҙе тыңлап ,элекке хәтирәләргә бирелеп килә ине,абайламаҫтан юл аҫтына төшөп киткән машинаға тап булды.Арттағы аварийкаһында тоҡандырмаған,ә алғы ике фары ла янып тора."Бына ғәләмәт"-был ни хәл булды әле"-тип егет,һә тигәнсе иномаркаһын юл ситенә ҡуйҙы ла ,етеҙ хәрәкәт менән машина янына ашыҡты,бит-башы ҡып-ҡыҙыл ҡанға буялған ҡатын-ҡыҙ йәки ир-егет икәнендә танып та булмай.Эльвир ҡапыл ҡаушап ҡалды, мейеһенән шул арала әллә күпме уйҙар йүгереп үтте,"нишләргә,әллә китергәлә барырғамы?",юҡ ундай ҡурҡаҡлыҡ сифаты ғүмерҙәлә булғаны юҡ унда,тиҙерәк ярҙам итергә кәрәк,машина эсенән саҡ һөйрәп сығарып,ергә һалды.Тере мәйет,быйыуындары таҡа тотмай,етмәһә көс еткеһеҙ ауыр.Туҡта янда ғына сылтыраған тауыш ишетелә түгелме,йылға аға бит.

==Йәшнәп йәшәлгән ғүмер.==Эльвир киске Юлдаш каналының тауышын күтәрә биреп,күңелгә ятышлы оҙон көйҙәрҙе тыңлап ,элекке хәтирәләргә бирелеп килә ине,абайламаҫтан юл аҫтына төшөп киткән машинаға тап булды.Арттағы аварийкаһында тоҡандырмаған,ә алғы ике фары ла янып тора."Бына ғәләмәт"-был ни хәл булды әле"-тип егет,һә тигәнсе иномаркаһын юл ситенә ҡуйҙы ла ,етеҙ хәрәкәт менән машина янына ашыҡты,бит-башы ҡып-ҡыҙыл ҡанға буялған ҡатын-ҡыҙ йәки ир-егет икәнендә танып та булмай.Эльвир ҡапыл ҡаушап ҡалды, мейеһенән шул арала әллә күпме уйҙар йүгереп үтте,"нишләргә,әллә китергәлә барырғамы?",юҡ ундай ҡурҡаҡлыҡ сифаты ғүмерҙәлә булғаны юҡ унда,тиҙерәк ярҙам итергә кәрәк,машина эсенән саҡ һөйрәп сығарып,ергә һалды.Тере мәйет,быйыуындары таҡа тотмай,етмәһә көс еткеһеҙ ауыр.Туҡта янда ғына сылтыраған тауыш ишетелә түгелме,йылға аға бит.Телефонының фанаригын яғып машинаһындағы буш термосын алып йылғанан һыу алып килеп,баяғы әҙәмдең битен йыуҙы.Сәсен малайҙарса алдырған,өҫтөнә кейгән аҡ футболкаһы менән салбары ҡып -ҡыҙыл ҡанға буялған.Ярай кейеме ,ә бына үҙе һау,"тик тиҙерәк дауаханаға алып барырға кәрәк."Егет һәләт кенә ҡыҙҙы күтәреп үҙ машинаһына һалды ла ,яҡындағы дауаханаға алып барҙы.Табиптар бындай хәлде күргәстә ,тәртип һаҡлаусыларға шылтыраттылар,улары төн тимәй, оҙаҡта көттөрмәй килеп тә еттеләр,һәм әлбиттә ҡотҡарыусының ҡулдарына бығау һалып урын еренә алып та киттеләр.Аделина бер тәүлек үткәс кенә саҡ иҫенә килде.Бөтә тәне үлтереп һыҙлай,ике ҡулы ,башы ап-аҡ бинт менән уратып бәйләнгән.Һөрмәләрен йөрөткән сумочкаһынан саҡ ярсылған көҙгөһөн алып,үҙен ҡараны,"Юҡ был мин түгел?",ҡыҙ үҙ-үҙен танымай оҙаҡ ҡарап ултырҙы.Туҡта ә,машинаһы ҡайҙа һуң,уның менән нимә булды икән"Әҙиләнән-Аделинаға әйләнгән ҡыҙ ,саҡ томан эсенән бынан алда булған хәлде,иҫенә төшөрә башланы.Эйе уны әхирәте ҡалаға ҡунаҡҡа саҡырғайны бит әле.Тәүҙә магазиндар буйлап танышып,үҙҙәренә оҡшаған әйберҙәр алдылар.Әхирәте "егеттәр беҙҙе сәғәт минутына килеп етегеҙ "тип ҡалдылар тигәс,дуҫ егеттәренең квартираһына барғайнылар,унда шау-шыу кемеһе бейей ,йырлай,музыканы бар тауышҡа ҡуйғандар,хатта Эльза менән Әҙиләнең өй эсенә ингәндәрен дә һиҙмәй ҡалдылар.Самир исемле егет кенә ҡыҙҙарҙы урын еренә алып килеп ултыртып һыйлай башланы.Әҙилә "юҡ мин ундай спиртлы эсемлекте ауыҙыма ла алғаным юҡ,булһа газһыҙ һыу эсәм "-тигәйне ,быныһы артҡа янтая биреп ҡысҡырып көлөп ебәрҙе,бейеп күңелле генә йөрөгән башҡалар быларға ҡыҙыҡһынып ҡарап ҡуйҙылар хатта.Самир янына ,бит башын йөн баҫҡан егет ,ҡыҙҙың ҡулын үбеп,уйынлы ысынлы "Мин Гамлет "-тип таныштырҙы.Ҡыҙҙа үҙенең исемен әйткәйне руссалап беҙҙеңсә "Аделина булаһың инде" тине ,көсләшеп танышыу,хөрмөтләшеү һәм башҡа сәбәптәр табып тәки шарап эсергә күндерҙеләр ҡыҙҙы.Әҙиләгә бүлмә эсендәге бар нәмә бергә әйләнгән кеүек .Нисектер рәхәт,әйтерһең ул ерҙә баҫып түгел ә һауала оса кеүек.Тегеләр ынғайына көлә ,бейей башланы.Уны уратып алған егеттәр ҡыҙыҡ күреп ,ҡул сабып тағы ла дәрт өҫтәп торҙолар.Ҡапыл нимәлер булды уға, башы әйләнеп киттелә ,иҙәнгә дөрҫ итеп ауыпта китте.Ҡалғанын иҫләмәй.иртән уянғанда теге йөнтәҫ ирҙең ҡуйынында ята ине.Башы сатнап ауырта,ауыҙынан ниндәйҙер һаҫыған балыҡ тәме килгән кеүек.Кейемдәрен саҡ табып алып кейҙелә ваннаға йыуынырға тип инеп китте.Тиҙерәк был өйҙән йәһәннәмгә сығып ҡасҡыһы килде.Ишек бикле,асҡыс эҙләй башланы.Ни булһа ла теге йөнтәҫ уянмаҫ борон ҡасып ҡотолорға ине тип уйланы.Мендәр аҫтын ҡарайым тигәнсе генә ,уяндыла,ҡыҙҙы кире түшәккә һөйрәй башланы."Үткән төн һин миңә бик оҡшағайның,йә тағы бер тапҡыр яланғас тәнеңде күрһәт әле"-тип,Әҙиләнең кейгән кейемен шартлатып йыртып,үҙе ятҡан карауатҡа ырғытты.Ҡыҙ тартҡылашып ҡараһа ла ,бәһлеүәндәй иргә көсө етмәне.Әҙилә тынсыу ,әшәке бүлмәнән саҡ сығып тышҡа атылды.Һалҡынса ел сикәләрҙе һыйпап иркәләп алғандай,анда-бында ғына ямғыр күҙе төшөп ала.Ҡыҙ таҡа ла күҙ алдына килтермәгәйне бит,бындай ҡунаҡ булырын.Әхирәте иптәш ҡыҙҙар ғына була"ял итеп,ҡала күреп,киноға барырбыҙ бергәләп тигәс кенә килгәйне бит",үткән йыл машина йөрөтөүгә ҡағыҙ алып ,быйыл тәүгә оҙон юлға сыҡты.Улай осраған бер әҙәм менән түшәккә ятҡан ҡыҙҙа түгел,тик бынан бер нисә йыл элек бер-береһен оҡшатып инде өйләнешәбеҙ тигәндә генә ,егеттең әсәһе ҡайҙан алғандыр инде,"Һеҙ яҡын туған булып сығаһығыҙ,өйләнешһәгеҙ балаларығыҙ ғәрип булып тыуасаҡ"-тип ҡырҡа ҡаршы төштө.Буласаҡ кейәү оялышынан алыҫ Себер сығып китте,Әҙилә уҡыуын дауам итеп ҡалала ҡалды.Ауырға ҡалған булған икән, ата-әсәһенә лә өндәшеп тормай,бер дауахана ла аҡса төртөп ,ауырын алдырҙы. Әҙилә- Аделина ,Әхирәте янына ла инеп тормай машинаһын тоҡандырып иртәрәк ҡайтырға сыҡты.Көҙ ,ҡайҙандыр ап-аҡ томан хасил булып юлды ҡаплай башланы.Әллә кисәге шараптан һуң күҙҙәре томанлай инде.Туҡтап ҡоро сепрәк менән тәҙрә быялаларында һөртөп ҡараны,файҙаһы булманы,фарын яҡтыртып,тиҙлегендә шәбәйтмәй юлын дауам итте. Эльвирҙан ҡат-ҡат һорау алып алйытып таштанылар.Ҡайҙа булдығыҙ?Юрый үҙең бәреп ,башыңдан себен осороп алып килдеңме?"Юҡ шулай килеш юлда осраттым "-тиһә лә ышанмай ,егеттең яңағын көслө йоҙроҡтары менән һыйпап торҙолар.Егеттең ҡул тамғаһын алып,йәшәгән еренән ситкә китмәҫкә тигән ҡағыҙ бирҙеләр.Ике күҙе күк булып ҡайтып ингән егетте күршеләре танымай торҙолар .Берҙә улай эсеп,һуғышып йөрөгәнен күрмәгәстәр.Улда күрше районға көҙгө йәрминкәгә ҡорт балы һатырға тип барғайны ла ,уйламағанда шундай хәлгә осраны ла ҡуйҙы бит.Кешегә ярҙам итәм тигәнсе,күпме бәләгә тарыҡты. Әҙиләгә әҙ-мәҙ хәл инә башлағаста тәфтишсе ,килеп һорау ала башланы.Ҡаланан юлда матур ,һәүетемсә генә килгәнен иҫләй,ә ҡалғанын юҡ.Машинаһын һорашҡайны "бик алай,имгәнмәгән "-тинеләр."Эльвир исемле егет һиңә кем булып сыға,дуҫың ,һөйгән егетең,дошманың"- бер нимәһен дә ҡалдырмай һорашып сыҡтылар.Ҡыҙ"Юҡ,белмәйем,иҫләмәйем!"-ошонан башҡаса яуап юҡ тигәндәй башын ғына сайҡап тик ултырыуын белде.Табиптар "әлдә теге егет осрап тиҙ ярҙам күрһәткән,былайса әллә ҡасан уҡ тегендә булыр инең ҡыҙыҡай"-тип баштарын ҡибла яғына ымлап күрһәттеләр.Хатта иҙән йыуыусы ҡатынға тиклем,"шылтыратып булһа ла ,рәхмәтеңде еткерҙеңме ҡотҡарыусыңа,эх һеҙ йәштәр-йәштәр,алды,артығыҙҙы ҡарап йөрөмәйһегеҙ шул "-тине лә ,күҙлеге аша тишерҙәй булып Әҙиләгә ҡараны.Эстән генә "әллә ярҙам иткән ,әллә ярҙан эткән,кем белә ҡаланан уҡ эҙәрлекләп килгән тегеләрҙең берәүһелер"-типтә уйланы.Ҡыҙ һауығып сыҡһа ла егетте эҙләргә лә,рәхмәтен еткерергә лә ашыҡманы.Ошо көнө үҙе ауырыулы ,һаулы ғына ,кеше ҡайғыһы юҡ тигән һымаҡ.Егет шунда ла таныштарынан ҡыҙҙың исемен,йәшәгән урынын белешеп ,хәле менән ҡыҙыҡһынып торҙо.Дауаханан сыҡҡан тигәс бала сағалай ҡыуанды ғына.Күстәнәскә шифалы балын алып барып бирергә лә уйланы,тик нисектер ҡыйманы.Шунда ла ҡыҙҙың шылтыратыуын көттө.Бер нисә айҙан һуң Эльвирға судҡа саҡырыу ҡағыҙы килеп төштө.Былайҙа аңлай ине ул ,шундай авариянан һуң суд булырын.Ул көндө ҡырынып,матур итеп кейенде, барғансы ҡыҙҙы яҡларлыҡ һүҙҙәр эҙләне,уйланды.Залда әлегә кеше яңы йыйналыша башлаған икән.Әҙилә лә "шулай һуңлап йөрөй микән",тип кенә уйлап торғанда,оҙон толомдарын алға ,ҡалын матур итеп үреп һалған,күҙенә ҡара күҙлек кейгән,өҫтөндә еңел кофта менән күк салбарлы ҡыҙ килеп ингәйне генә,ҙур ҡорһаҡлы ир кеше,ҡулы менән генә ымлап " Әҙилә кил,балам бында"-тип янына саҡырып алды.Барыһы ла теүәлләнгәс .Ултырыш башланды.Эльвирға ул көн, ғүмерҙә онотолмаҫлыҡ яра булып ҡалды.Көтмәгәндә егетте юҡҡа ғәйепләп ,ҡыҙҙың һаулығына әллә күпме зыян килеүенә ,машинаһының сафтан сығыуын иҫәпләп ,өс йылға иркенән мәхрүм итеп ,елкәһенә байтаҡ ҡына түләм һалдылар.Эльвир ундайҙы көтмәгәйне,үҙен яҡлап ҡысҡырып ҡараны ла ,файҙаһыҙға ,яҡлаусы ла ,күреүсе лә булманы шул.Хоҡуҡ һаҡлаусыларға ҡаршы берҙә нимә эшләй алманы,уның ҡарауы Әҙилә ниндәй һорау бирһәләрҙә "Эйе,юҡ "-тан башҡа һүҙ белмәне,әйтерһең алдан өгөтләп ҡуйғандармы ни.Залдан сыҡҡанда ла егеткә исмаһам бер һирпелептә ҡараманы.Атаһы менән нимәлер һөйләшкән кеше кеүек сығып киттеләр .Егет ағаларына шылтыратҡайны улары ултыра төшә яҙҙылар."Булмаҫтай хәбәр һөйләмәле,кешенең йөрәгенә ут һалып,ярҙам итеп ,ҡыҙҙы теге донъянан алып сығып,ниндәй түләм,ниндәй ултыртыу ул"-тигәнерәк теге яҡ остан туғандары ,ҡабат үҙенә асыу ҡатыш һорау яуҙырырға тотондолар.Йәтим егетте кем яҡлап,кем һаҡлап торһон инде.Ағаһы булыу менән ул да шул ябай колхозсы.Ул,өҫтә ҡалын креслола ултырыусылар өсөн беҙҙең һүҙ ,һүҙме инде.Эльвир бала саҡтан тормоштоң әсе-сөсөһөн татып үҫкән егет.Ҡәҙерле кешеләре яҡты донъянан бик иртә китте,ул саҡта ике ағаһы ла хәрби хеҙмәттә туған ил алдында үҙ бурыстарын үтәйҙәр ине.Ауыл тормошоноң йөгөн үҙенә тартырға тура килде.Ул ваҡытта эре мал тыуарҙан ,һауын һыйырҙары,бал ҡорттары менән умарталары ла булды.Уҡыуҙан һуң колхоз эшенә лә өлгөрҙө.Туғандары ҡайтыуға атай нигеҙен һыуындырманы,әсәләре нисек донъя көткән ,шулай көттө лә.Ағас иҙәндәрен һап һары итеп ҡырып йыуып һалыр ине,мейескә икмәгендә һалды.Иптәштәре менән клубҡа сығырға ҡайһы ваҡыт ,арып ятып ҡалыр ине.Ҡыҙҙар менән дә бик сыуалманы,берәүҙе анда бында ғына оҙатҡыланы ла ,аҙаҡ нишләптер һыуынды.Әрмиә сафынан йөрөп ҡайтҡас ҡортсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнергә булды.Күпләп төрлө тоҡомло күс һатып алды,улары күҙгә күренеп үрсей төштө.Кеҫәгә лә мул ғына төшөм төшә башланы.Ҙур ғына итеп өй күтәртте.Шифалы балдың үҙенсә һатып алыусылары ла табылды.Үҙе илтеп бирә машинаһы менән,йә булмаһа үҙҙәре килеп алалар.Көнөн төнөн ҡараңғы бүлмәлә уйланып ултырғанда "Минең ошолай әҙәмсә йәшәүем,тырышыуым берәүҙәргә ҡамасаулайҙыр,бәлки аяҡ саламдыр"-тип уйлап ҡуя.Тормош ҡуласа һин уйламағанда ,алдыңа әллә нимәләр алып килеп ҡуйыуы бар.Инде үрсей төшкән умарталарын ағаларына һатырға ҡушты.Уларҙы инде кем баҡһын.Һәр кемеһенең үҙ донъяһы.Тышта бар донъяны сафлыҡҡа күмеп ап-аҡ ҡар яуа башланы.Тормошта ла әҙәмдәрҙең күңеле ошондай ҡарға оҡшап саф булһасы.Уйлап ҡараһаң яуған ҡарҙарҙа ҡайһы ваҡыт ергә төшөп еткән арала ҡарайып бысрана.Кешеләрҙең дә шулай инде.
Читайте нас: