Башҡортостан "Фән" милли проекты сиктәрендә ғилми-белем биреү үҙәге төҙөү конкурсында ҡатнашасаҡ. Был турала Башҡортостан Фәндәр академияһында белдерҙеләр. - Төрлө проект варианттары ҡарала, иң отошлоһо һайлап алынасаҡ, - ти фән докторы, Башҡортостан фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов. – Иң мөһиме – беҙҙең респулика өсөн файҙаһы булһын, бәлки, ул һанлы технологиялар менән бәйле булыр. Әлфис Суфиян улы билдәләүенсә, медицина йүнәлеше лә күҙ уңында тотола. Әгәр был проект тормошҡа ашырылһа, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү сифаты бермә-бер яҡшырасаҡ.