Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 16:05

Һаман өмөттәрен өҙмәйҙәр

Артем, Илья һәм Слава Мазовтарҙың ғәйеп булыуына теүәл дүрт ай тулды. Бында иң ауыры балаларҙың әсәһе Эльмира Мазоваға. Ғәзиздәреңдең тереме-юҡмы икәнлеген дә белмәй йәшәп ҡарарға Хоҙай ҡушмаһын. Артемдың атаһы менән әсәһе лә бик ҡайғыра һәм үҙенә урын таба алмай.Әле яңыраҡ Мазовтар йәнә бер тапҡыр Артемдың телефонын биллинглап ҡараясаҡтар тип хәбәр иткәйне. Тәфтишселәр тағы бер тапҡыр был процедураны башҡарҙы. Уның һөҙөмтәләре буйынса Артемдың атаһы Аркадий Мазов һөйләй.– Һуңғы ваҡытта Артем үҙенең телефоны менән файҙаланмай ине, заряд йыйыуҙа проблемаһы булғанлыҡтан ул өлкән улының телефоны менән һөйләште. Улар юғалған көндө Артем миңә ейәнемдең телефонынан шылтыратты. Һәм шул уҡ телефон аша ҡатыны Эльмира менән яҙышҡан. Был “Речные зори” шифаханаһы янында булған, тап шунда машиналарын һәм матрасты тапҡайнылар. Аҙаҡ бер нисә көн үткәс, Артем эшләмәгән телефоны менән дә шул тирәлә файҙаланған тигән фараз әйткәйнеләр, тик ул дөрөҫ булмай сыҡты, – тигән Аркадий Мазов.Әле улының һәм ейәненең телефоны ҡайҙалығын ир белмәй. Биллинг та яңы һөҙөмтәләр бирмәгән.– Аңлауымса, әгәр телефонда батарейка бар икән, уның ҡайҙалығын асыҡлап була. Тик беҙҙекеләрҙең телефондарын тапманылр. Бәлки Артем уларҙы йылғаға ташлағандыр, – ти ул.Нисек кенә булмаһын, һаман билдәһеҙлек. Эльмира Мазова был ваҡыт эсендә әллә нисәмә күрәҙәсәге барған. Улар бер тауыштан малайҙар менән атаһы тере, тик ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ тип әйткән.Яҡындары яҡшыға ышанып йәшәүен дауам итә. Өмөттәре аҡланһын ине лә бит... Автор: Альфия Мингалиева

Артем, Илья һәм Слава Мазовтарҙың ғәйеп булыуына теүәл дүрт ай тулды. Бында иң ауыры балаларҙың әсәһе Эльмира Мазоваға. Ғәзиздәреңдең тереме-юҡмы икәнлеген дә белмәй йәшәп ҡарарға Хоҙай ҡушмаһын. Артемдың атаһы менән әсәһе лә бик ҡайғыра һәм үҙенә урын таба алмай.
Әле яңыраҡ Мазовтар йәнә бер тапҡыр Артемдың телефонын биллинглап ҡараясаҡтар тип хәбәр иткәйне. Тәфтишселәр тағы бер тапҡыр был процедураны башҡарҙы. Уның һөҙөмтәләре буйынса Артемдың атаһы Аркадий Мазов һөйләй.
– Һуңғы ваҡытта Артем үҙенең телефоны менән файҙаланмай ине, заряд йыйыуҙа проблемаһы булғанлыҡтан ул өлкән улының телефоны менән һөйләште. Улар юғалған көндө Артем миңә ейәнемдең телефонынан шылтыратты. Һәм шул уҡ телефон аша ҡатыны Эльмира менән яҙышҡан. Был “Речные зори” шифаханаһы янында булған, тап шунда машиналарын һәм матрасты тапҡайнылар. Аҙаҡ бер нисә көн үткәс, Артем эшләмәгән телефоны менән дә шул тирәлә файҙаланған тигән фараз әйткәйнеләр, тик ул дөрөҫ булмай сыҡты, – тигән Аркадий Мазов.
Әле улының һәм ейәненең телефоны ҡайҙалығын ир белмәй. Биллинг та яңы һөҙөмтәләр бирмәгән.
– Аңлауымса, әгәр телефонда батарейка бар икән, уның ҡайҙалығын асыҡлап була. Тик беҙҙекеләрҙең телефондарын тапманылр. Бәлки Артем уларҙы йылғаға ташлағандыр, – ти ул.
Нисек кенә булмаһын, һаман билдәһеҙлек. Эльмира Мазова был ваҡыт эсендә әллә нисәмә күрәҙәсәге барған. Улар бер тауыштан малайҙар менән атаһы тере, тик ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ тип әйткән.
Яҡындары яҡшыға ышанып йәшәүен дауам итә. Өмөттәре аҡланһын ине лә бит...
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: