Яйыҡ
+18 °С
Ясно
Новости
26 Февраля 2020, 11:15

Ауыл мәктәбе

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың 10 ғинуарынан республикабыҙҙа “Ауыл мәктәбе” программаһы конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул ителә башланы.

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың 10 ғинуарынан республикабыҙҙа “Ауыл мәктәбе” программаһы конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул ителә башланы.Билдәле булыуынса, 2020 йылда ауылға, эшселәр ҡасабаһына, ҡала тибындағы ҡасабаға йәки халыҡ һаны 50 меңгә тиклем булған ҡалаға эшкә барыусы 55 уҡытыусы бер миллион һум күләмендә аҡса аласаҡ. Дөйөм белем биреү ойошмалары менән хеҙмәт килешеүе биш йылға төҙөләсәк.Яҙмышын ҙур ҡалаларҙан ситтә бәйләргә теләүселәр бына ниндәй шарттарҙы үтәргә тейеш: урта профессиональ йәки юғары белемле булыу, квалификациялы белешмәлә йәки профессиональ стандартта күрһәтелгәнсә, тейешле квалификациялы талаптарҙы үтәү. Тағы бер талап: педагогтың йәше 50-нән артмаҫҡа тейеш.
Читайте нас