Малай мәктәптә тик яҡшы яҡтан ғына телгә алына, ул яҡшы уҡый, төрлө сарала әүҙем ҡатнаша. Берҙән-бер көндө ул күршеһенә ғаиләһендәге түҙеп торғоһоҙ "тәрбиә ысулдары" хаҡында һөйләй. Күрше баланың ни өсөн һәр саҡ лейкопластырь менән йөрөгәнен аңлай һәм полицияға хәбәр итә. Бәләкәсте иң беренсе тикшергән шәфҡәт туташы, 40 йыл эшләү дәүеремдә бындай яраларҙы тәүге тапҡыр күрәм, ти. Ярма тирегә тәрәнгә үтеп инеп, тотош язвалар барлыҡҡа килгән, хатта тәндә үҫә башлаған булған. Табиптарға тубыҡ тиреһен алмаштырырға тура килгән.
Судта ир менән ҡатын ғәйебен өлөшләтә таныған. Үгәй атайҙы - 4,5 йылға, әсәне 1,5 йылға иректәренән мәхрүм иткәндәр. Ирле-ҡатынлы еңел ҡотолған, тип иҫәпләй күптәр. Үҙҙәрен ҡарабойҙай менән язаларға кәрәк, нисек түҙерҙәр ине, тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә.