Хәйбулла районында Айгиз Килдебаев тигән 17 йәшлек егет ошондай торттар бешерә. "Был минең хобби, өй шарттарында эшләйем, киләсәктә үҙ кондитер цехымды асырға хыялланам" - ти оҫта
Айгиз Килдебаев – Хәйбулла районының Аҡнаҙар ауылы егете. Күп балалы, ҙур, татыу ғаиләлә үҫә ул. Бөгөнгө көндә Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегендә белем ала. Матур йырлау менән бер рәттән, Айгиздең тағы бер үҙенсәлекле шөғөлө бар: ул күҙҙең яуын алырлыҡ матур, телде йоторлоҡ тәмле торттар бешерә.
Тәүҙәрәк ул был шөғөлө менән яҡындарын ғына ҡыуандырған, уларҙы байрамдарҙа тәмлекәстәр менән һыйлаған. 2016 йылдан торт бешереүҙе төшөмлө кәсепкә әйләндергән. Әле интернеттан ҡарап, төрлө кулинар һынауҙар үткәреп, оҫтарғандан-оҫтара, рецепттарын арттыра бара.
– Кескәй һеңлемдең бер йәшенә торт бешереп ҡарау теләге уянды. Тәүге тәмлекәсте әҙерләгәндә әсәйем һәм апайым апайым ярҙам итте. Был шөғөл миңә оҡшап ҡалды. Икенсе тортты тыуған көнөмә үҙаллы бешерҙем, ул саҡта миңә 14 йәш ине. Был шөғөл мине ялҡытмай, етмәһә, килем дә килтерә.
Әлеге ваҡытта күп ваҡытты уҡыу ала, шуға күрә торттарҙы төндә бешерергә тура килә, ти Айгиз. Һуңғы ялдарҙа Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәгән Ләлә өләсәһе менән Ғәлиәхмәт ҡартатаһы янына ҡунаҡҡа барып, өләсәһен – тыуған көнө, ә ҡартатаһын Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы ҡотлап, ҙур гөлләмә рәүешендәге тәмле торт менән ҡыуандырып ҡайтҡан.
Шундай ҡатмарлы шөғөлдө үҙ иткән, бешергән һәр тәмлекәсенә күңел йылыһын, бай фантазияһын һалған 17 йәшлек йәш кулинарға “афарин” тибеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ!