Ҡаланың 3-сө лицейында оҙаҡламай стоматология кабинеты эшләй башлаясаҡ. Әлеге ваҡытта бүлмә ремонтланған, йыһазландырылған. Лицензия юллап бөтөү менән балалар теш табибы пациенттарын ҡабул итә башлаясаҡ. Әйткәндәй, бында лицей уҡыусыларынан тыш, ҡаланың башҡа мәктәптәрендә белем алыусылар ҙа тештәрен дауаларға мөрәжәғәт итә аласаҡ. Стоматология кабинеты республика башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы менән булдырылған "Взлетай" проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.