Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 15:40

Ҡомалаҡ икмәге

Ҡомалаҡ икмәге бешереүҙе мин ҙур эш итеп күрәм. Икмәк баҫҡан көндә бер ергә лә сыҡмайым, башҡа эштәр планлаштырмайым. Бөгөн тик икмәк бешерәм. Ул бер көндө ала.Иртәнсәк торғас ҡамыр баҫам. Элек туҡый инем. Мәшәҡәт тә оҡшамай ҙа. Шуға күрә ҡамырҙы тура баҫам. Ике литрлы сүмесем бар. Мин һатыуға булғас күп баҫам. Һеҙ кәметәһегеҙ инде. Алты литр һыуға үҙемдең усым менән тулыр тулмаҫ алты ус тоҙ һалам. Он һалып болғап алғас әҙер әсеткене ҡоям һәм ҡамыр баҫам. Ҡамырҙы оҙаҡ баҫам. Ҡулға йәбешмәҫлек булғансы. Аҙағынан шыйыҡ май усыма ҡойоп шул бер ус май менән тағы баҫып бөтөрөп ҡуям да ҡамырлы табаҡты өҫтөн ябып, одеялға урап йылы урынға ултыртам. Ҡамырҙы баҫҡанда бер стакан шыйыҡ май йәки ҡаҙ майы ҡушам.Май ҡушһаң икмәк йомшаҡ була. Ҡамыр ҡалҡһа ҡабат баҫып ултыртам.

Ҡомалаҡ икмәге бешереүҙе мин ҙур эш итеп күрәм.Икмәк баҫҡан көндә бер ергә лә сыҡмайым, башҡа эштәр планлаштырмайым. Бөгөн тик икмәк бешерәм.Ул бер көндө ала. Әсеткене элек ҡәртәсәйем , әсәйем мәрхүмәләр эшләне.Нишләптер , уларҙан отоп ҡалмағанмын. Үҙем ҡомалаҡ йыйырға яратам, әсетке эшләй белмәйем.Дөрөҫөн яҙам.Сөнки хәҙер әсетке эшләү серҙәрен һорап алып китәсәктәр. Ҡомалаҡ әсеткеһен йылдар буйы инде Флюзә еңгәйемдән һәм ҡоҙағыйымдан , еңгәйемдең әсәһенән генә алам.Уларҙың әсеткеһе көслө.Инде өйрәнгәнмен,икенсе әсеткене алғым килмәй.Еңгәйем менән ҡоҙағый эшләп һаталар.Белгән кеше үҙҙәре эҙләп йөрөй Флюзә күренмәйме баҙарҙа тип. Ғүмер буйына еңгәйем әсетке эшләп биреп ултырмаҫ ул,үҙемә өйрәнергә ваҡыттыр тигән уй башыма күптән үк килгәйне инде.Тоонорға ҡул теймәй. Еңгәм менән ҡоҙағыйым һау ғына булһындар инде.Аяҡ ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын. Оҙаҡ йәшәһендәр.Рәхмәт яуғырҙары. Беҙҙең яҡта ҡоро әсетке ҡулланабыҙ.Шыйыҡ әсеткене яратмайым да килештерә лә алмайым.Уны оҙаҡ һаҡлап та булмай. Ҡоро әсеткене өс ус тулыр тулмаҫ ус менән банкаға һалам.Өҫтөнә сыҡҡансы йылы һыу ҡоям һәм өҫтөн крышка менән ябып торам.Был ебетеү була. Бәләкәй эмаль кәстрүлгә дүрт биш ҡалаҡ он һалам һәм ҡайнар һыу ҡойоп болғатам.Бутҡа һымағыраҡ булырға тейеш.Шыйыҡ булһа насар була, мин ҡуйыраҡ итәм.Болғап торам әйләнгән һайын. Йылымыс ҡына булып һыуынһа ебетелгән әсеткене ҡойоп болғайым да өҫтөн ябып,йылы одеялға төрөп йылы урынға ултыртам.Быны мин кистән эшләйем. Иртәнсәк торғас ҡамыр баҫам.Элек туҡый инем.Мәшәҡәт тә оҡшамай ҙа.Шуға күрә ҡамырҙы тура баҫам. Ике литрлы сүмесем бар.Мин һатыуға булғас күп баҫам.Һеҙ кәметәһегеҙ инде. Алты литр һыуға үҙемдең усым менән тулыр тулмаҫ алты ус тоҙ һалам.Он һалып болғап алғас әҙер әсеткене ҡоям һәм ҡамыр баҫам.Ҡамырҙы оҙаҡ баҫам.Ҡулға йәбешмәҫлек булғансы. Аҙағынан шыйыҡ май усыма ҡойоп шул бер ус май менән тағы баҫып бөтөрөп ҡуям да ҡамырлы табаҡты өҫтөн ябып,одеялға урап йылы урынға ултыртам. Ҡамырҙы баҫҡанда бер стакан шыйыҡ май йәки ҡаҙ майы ҡушам.Май ҡушһаң икмәк йомшаҡ була. Ҡамыр ҡалҡһа ҡабат баҫып ултыртам. Тағы ҡалҡһа тағы баҫам.Өс ҡалҡытһаң икмәк һәйбәт була. Ҡамыр ҡалҡа башлаһа мейескә ут яғам.Ут янып бөтөп күмерләнһә,табаларға һәм формаларға яһайым.Мейес һүрелгәнсә икмәк ҡалҡып өлгөрөргә тейеш. Ҡулды мейес эсенә тығып самалайым.Ҡул бешмәһә икмәкте ултыртырға ваҡыт. Ярты сәғәттән икмәкте әйләндерәм.Элек ике сәғәт ултырта инем.Улайтһаң икмәк кибеп китә.Хәҙер сәғәт ярым мейес һүреңкерәк булһа, ҡыҙыуыраҡ булһа бер сәғәттә лә бешеп сыға.Һеҙ бит инде мейес яҡмайһығыҙ.Газда бер сәғәттә бешә. Бешеп сыҡҡас өҫтөнә һыу йәки май һөртәм дә ҡалын ғына итеп урап һалам.Икмәк беште. Тәмле булһын ашығыҙ! Мин ҙур күләмдә бешерерлек итеп яҙҙым.Ошо рецептан ун биш ун һигеҙ икмәк сыға. Өс икмәк бешереү өсөн баш яндырғанда ҡоро әсеткене бер ус һалһаң етәлер тип уйлайым.Балалар күмәк булғас ғүмер буйы күп бешерҙем.Шуға әҙҙең самаһын белмәйем.Артыҡ булһа булһын,етмәй тормаһын тигән принцип менән эшләйем һәр ваҡыт.Миңзифа Ҡашҡарова.
Читайте нас: