Тиҙ генә бешерелә торған ҡоймаҡКүпертеп кенә ҡойолған, ауыҙҙа иреп торған тәмле ҡоймаҡты бешереү серҙәре менән Бөрө ҡалаһынан Әлфинә Сәйетгәрәева уртаҡлаша.“Тыумышым менән Асҡын районының Төй йылғаһын һыулаған Ҡубыяҙ ауылынанмын. Балыҡсы ырыуы башҡорттарыбыҙ беҙ. Бөгөн һеҙҙе тап үҙебеҙҙәгесә итеп ҡоймаҡ ҡойорға өйрәтмәксемен.0, 5 л әсегән һөткә (кефир ҙа мөмкин) 1 балғалаҡ сода һалып болғатабыҙ. 3 минут самаһы көтөп торғандан һуң, 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тоҙ, ярты балғалаҡ көнбағыш майы һәм он ҡушып туҡыйбыҙ. Шунда уҡ ҡоя башларға ла мөмкин.
Бер килограмм манный ярмахына йылымыс хыу, яртышар аш калагы шакар хам тоз остарга, асетке халырга. Камыр бутка хымагырак булырга тейеш. Уны кисен басып куйхан якшырак. Иртансакка ул асей. Иртан ошо камырга ике йомортка, бер-ике стакан кайнар хот халып болгатырга ла, егерме минутка йылы урынга куйып торорга. Шунан бешерерга ла була. Туймазы районында бындай коймактарзы табикмак тизар.
Тағы бер рецепт 0,5 л эремсек сыуы(сыворотка),3 йомортка, 2 аш калагы шакар комо,1 бал калагы сода, 2 аш калагы усемлек майы,тамеса тоз, он!!!Сывороткага тоз салып кайнатып алырга карак,азырак хыуынгас,шакар комо,йомортка остап ныклап тугырга! Он остап каймак куйылыгына тиклем тугырга ла сода,усемлек майы остап тагы ла тугырга!!! Купереп торган тамле коймактар килеп сыга!!!