“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә Сибай эшҡыуары туңдырма етештерә башлаған. Әле ул былтыр асылған туңдырма эшләү цехын киңәйтеү һәм уның етештереү күләмен арттырырға ниәтләй
- Мин өс бала тәрбиәләйем, улар тәмлекәстәр ярата, - тип башланы үҙ проектын яҡлауҙы Ғәлимә Марат ҡыҙы. – Тик һатыу нөктәләрендә уларҙың бик аҙ булыуы күҙгә ташлана, булһа ла барыһы ла бер үк төрлө. Шуға күрә мин үҙемдең туңдырмаларға яңы һулыш бирергә теләйем, уларға төрлө ҡушылмалар өҫтәп, тәмле һәм сифатлы итергә хыялланам.
Әле эшҡыуар туңдырманың төрлө төҫтәге һәм тәме буйынса 30 төрлөһөн тәҡдим итә. Бигерәк тә сейә, көртмәле, арбуз, еләк тәме ҡушылғандары балалар һәм ололар араһында ҙур һорау менән файҙаланыла. Кескәйҙәргә “бабл-гам” һағыҙ тәме сыҡҡандары оҡшай. Ғәлимә Алтыншина артабан продукцияһын етештереүҙе киңәйтеү һәм арттырыу, яңы эш урындары булдырыу маҡсатында финанс ярҙамы күрһәтеүҙәрен һорай.
Эшҡыуарҙың үҙ һатып алыусылары бар: ҡыш көнө булыуға ҡарамаҫтан, сифатлы һәм тәмле Сибай туңдырмалары һәр саҡ үтемле һәм ҙур һорау менән файҙаланыла.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан