#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Ҡалабыҙҙың 3-сө лицейында тиҙҙән стоматология кабинеты эшләй башлаясаҡ. Ремонт тамамланған, йыһаз-ҡорамалдар килтерелгән. Әлеге мәлдә кабинетҡа лицензия алыу эштәре бара. Бөтә әҙерлек эштәре тамамланғас, уҡыусылар балалар стоматологына мөрәжәғәт итә аласаҡ.
Шуныһы мөһим, кабинет тик 3-сө лицейҙа белем алыусыларға ғына тәғәйенләнмәгән, икенсе ҡала мәктәптәрендә уҡыусылар ҙа тештәрен дауалатырға килеү мөмкинлегенә эйә.
Был матур башланғыстар Радий Хәбиров инициативаһы менән тормошҡа ашырылыусы "Ҡанатлан" проекты сиктәрендә башҡарыла.
Әйткәндәй, 3-сө лицейҙа балалар дәрестәрҙә нетбуктар менән файҙалана. Был замана техникаһы "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә ҡайтарылған - класс өсөн тотош комплект һатып алынған.
Фото район хакимиәте сайтынан.