Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Февраль 2020, 18:50

Һөйәл

Һөйәлдән ни ҡәҙәр иртәрәк дауалана башлаһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ.

Һөйәлдән ни ҡәҙәр иртәрәк дауалана башлаһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ. Бында ҡул аҫтындағы әйберҙәр ҙә ярҙам итергә мөмкин.
Мәҫәлән, скрабты өйҙә әҙерләргә була. Кофеға бал һәм үҫемлек майы, йәки диңгеҙ тоҙона үҫемлек майы һәм сәй ағасы майы (дарыуханала һатыла) һалып, ҡатнашма яһай алаһығыҙ.
Сәй бәшмәге лә тирене йомшартырға ярҙам итә. Аяҡтарҙы һабынлы-содалы һыуҙа тотоп йомшартығыҙ ҙа киптерегеҙ. Ҡытыршыланған тирегә бер ҡат сәй бәшмәген (йә иһә уның төнәтмәһенә манып алынған марляны) ҡуйып, полиэтилен менән ҡаплағыҙ ҙа ойоҡбаш кейегеҙ. Бер нисә тапҡыр шулай дауаланғас, һөйәлдәр юҡҡа сығыр.
Күптәнге һөйәлдәрҙән ҡотолоу өсөн ике аҙна дауамында һеркәлә һуған ҡабығын төнәтегеҙ. Йоҡларға ятыр алдынан уны ҡалын итеп һөйәлгә ҡуйығыҙ ҙа бәйләгеҙ. Ике-өс көндән сир юҡҡа сығыр. Һеркәлә ебетелгән икмәк ҡабартмаһы ла һөйәлдән ҡотолорға ярҙам итә.
Читайте нас: