"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн беҙгә ныҡ ҡына тырышырға кәрәк. Сөнки юлдарыбыҙ торошо маҡтанырлыҡ түгел. Ҡар иреп бөтһә, асфальт нисегерәк "ҡышлауын" асыҡ күрәсәкбеҙ.
Юлдарҙы ремонтлау әле үк башланды. Өфөлә соҡорҙарҙы ямайҙар. Йылы булғанлыҡтан технологиялар был эшкә мөмкинлек бирә.
Соҡорҙарға асфальт-бетон ҡушылмаһы ҡойола. Уның сосотавында битум күп һәм был ҡар һыуҙарына ла, яуым-төшөмгә лә бирешмәй икән. Ҡушылманы махсус бункерҙа килтерәләр ҙә, алдан әҙерләнгән урынға (емерек асфальты алып ташлайҙар, һыуын һурҙыралар) ҡоялар.
Соҡор-саҡырҙы ямау - юл хәүефһеҙлеген кәметеүгә йүнәлтелгән ваҡытлыса сара. Һуңынан уның өҫтөнә икенсе төрлө асфальт һалынырға тейеш.
Быйыл аномаль йылы көндәр арҡаһында юл ремонтлау программаһы буйынса эштәр бер айға алданыраҡ башланыуы ихтимал.