Яйыҡ
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
27 Февраля 2020, 08:30

«Бысраҡ, еҫ, йыйыштырылмаған эттәр бәҙрәфе»

«Бысраҡ, еҫ, йыйыштырылмаған эттәр бәҙрәфе» — Салауатта йәш әсә балаларын ҡот осҡос шарттарҙа тәрбиәләгән

«Бысраҡ, еҫ, йыйыштырылмаған эттәр бәҙрәфе» — Салауатта йәш әсә балаларын ҡот осҡос шарттарҙа тәрбиәләгән28 йәшлек ҡатындың ике улы бар, өлкәненә - 12, бәләкәйенә 6 йәш. Өлкән улы мәктәптә уҡыған, уҡытыусылар уға зарланмаған. Ә бына бәләкәйе менән етди проблемалар башланған - бала поликлиникала иҫәптә торған, ләкин әсә уны йөрөтмәгән. Табиптар үҙҙәре өйгә килгән, әммә уларға ишек асмағандар. Һөҙөмтәлә малай психик һәм физик үҫеш яғынан артта ҡалған.Социаль хеҙмәткәрҙәр фатирға ингәс, ҡот осҡос күренешкә тап булған - бысраҡ, еҫ, йыйыштырылмаған эттәр бәҙрәфе, фатирҙа аҙыҡ-түлек, һәйбәт кейем-һалым һәм йыһаз юҡ. Түләмәгән өсөн электр утын һәм газды һүндергәндәр.Бәләкәй улын приютҡа урынлаштырғандар. Әсәһенән алыҫта малай нығынған, ҡалаҡ тоторға, тиҫтерҙәре менән аралашырға өйрәнгән.Ҡатынды өс йылға тиклем төрмәгә ултыртыуҙары ихтимал. Әлегә ул әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителмәгән.
"Башҡортостаным яңылыҡтар"
Читайте нас