Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2020, 13:25

Ит изгелек көт яуызлыҡ

Ике бала атаһы таныш булмаған кешегә ярҙам итәм тип һәләк булған

Башҡортостанда ике бала атаһы таныш булмаған кешегә ярҙам итәм тип һәләк булған22 февралдә Бишбүләктә бер ғаилә төндә дуҫтары менән кафенан ҡайтып барған. 39 йәшлек Михаил юл ситендә ултырған ирҙе күреп ҡалған. Ул таксистан туҡтауын үтенгән, был кешегә ярҙам кәрәкмәйме икән тип һорарға теләгән. Ул яҡыныраҡ килгәс, теге ир һикереп торған да Михаилдың йөрәгенә бысаҡ менән сәнскән. Ул күп ҡан юғалтыуҙан дауаханала йән биргән.Социаль селтәрҙә мәрхүмдең яҡындары яҙыуынса, Михаил ошо ваҡиғаға тиклем 3 көн элек кенә вахтанан ҡайтҡан, ике бәләкәй балаһы бар.Енәйәтсе - 31 йәшлек ир. Үҙе әйтеүенсә, бер нисә тапҡыр мейеһе һелкенгәндән һуң, эсһә, башы эшләмәй. Был төндә ул нимә эшләгәнен аңламаған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Башҡортостаным яңылыҡтар
Читайте нас: