Яйыҡ
+9 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Новости
27 Февраля 2020, 08:30

«Ниндәй һин*** кеше?»:

Башҡортостанда ауыл советы башлығы юлды таҙартыуҙы һораған кешене бысраҡ һүҙҙәр менән ҡойондорған

«Ниндәй һин*** кеше?»: Башҡортостанда ауыл советы башлығы юлды таҙартыуҙы һораған кешене бысраҡ һүҙҙәр менән ҡойондорған. Ләкин аҙаҡтан үҙенең хаҡлы түгеллеген таныған.Ошо көндәрҙә берәү Иглин районының Кәлтә ауыл советы башлығы Владимир Кожановтан үҙенең ауылына тиклем юлды ҡасан таҙартыуҙары хаҡында һораған, ә тегеһе уны әрләп, ҡыуып сығарған.Һуңғараҡ был кешенең ике тапҡыр хөкөм ителгән 22 йәшлек Максим М. булыуы асыҡланған. Ул бөтәһен дә «ялҡытып бөткән» - машинала музыканы ҡысҡыртып, таныҡлыҡһыҙ йөрөй, үҙен асоциаль тота, кешеләрҙе ҡурҡыта. «Матдәләр» ҡуллана шикелле.Юлдарҙы таҙартыуға килгәндә, түрә 13 ауылға бер генә трактор булыуы, уның тәү сиратта балалар мәктәпкә йөрөгән юлды таҙартыуы тураһында әйткән.Шуға ҡарамаҫтан, чиновник үҙенең хаҡһыҙ булыуын таныған видеомөрәжәғәт яҙҙырған. Ә Иглин районы башлығы Николай Самойленко Кожановҡа иҫкәртеү яһауҙарын белдергән. Беренсе тапҡырға.Сығанаҡ: mkset.ruвидео: gtrk.tv
Читайте нас