«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсына йомғаҡ яһала. Конкурстың финалы 4 мартта көндөҙгө сәғәт 12-лә «Торатау» конгресс-холында уҙа. «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсының финалына республиканың йөҙ йәшлек тиҫтере – Иглин районынан Саимә Тикееваның килеүе билдәле булды.
һы», «Ҡатын-ҡыҙ — йыл өлгөһө», «Өлкән йәштәге әүҙем йәмәғәт эшмәкәре», «Иң йәш йәмәғәт эшмәкәре», «Мәҙәниәттә ҡатын-ҡыҙ».
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған финалда 10 номинацияның һәр береһендә бер нисә еңеүсе билдәләнә.
Конкурсты «Берҙәм Рәсәй» партияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте үткәрә. Быйыл конкурс республика башлығы грантына ойошторола.
Финал барышында бер нисә ҡатын-ҡыҙға төп награда – Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы тапшырыла. Инеү ирекле.