Яйыҡ
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 18:20

Квартирантка

- Әгәр биш минуттан килеп етмәһәгеҙ, асҡысты алмаштырам. Тиҙ генә ҡайтып етегеҙ! Һеҙ бер көнгә фатир хаҡын һуңлаттығыҙ.- Мин Һеҙгә нисәһендә фатирға кергәнемде онотҡанмын, кисә бик һуң ҡайттым. Әгәр мөмкин булһа иртәгә иҫәпләшербеҙ, - дорфа ҡатынды тынысландырырға ашыҡты Ләйсән.- Иртәгә? - Фатир хужабикәһенең тауышы был юлы тағы ла асыуланыбыраҡ сыҡты. - Биш минуттан ҡайтып етмәһәгеҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ!- Биш минуттан, үкенескә ҡаршы, бер нисек тә ҡайтып етә алмайым, беренсенән-пробка. Икенсенән, әле ике сәғәтлек юл. Ә беҙ бер урында торабыҙ пробкала, сөнки бөтәһе лә эштән ҡайта хәҙер.- Бер нәмә лә белмәйем, тиҙерәк ҡайтып етегеҙ һәм хәҙер үк өйҙө бушатығыҙ. Ҡайҙа китһәгеҙ ҙә китегеҙ...

КвАрТиРаНтКа( хикәйә)- Әгәр биш минуттан килеп етмәһәгеҙ, асҡысты алмаштырам. Тиҙ генә ҡайтып етегеҙ! Һеҙ бер көнгә фатир хаҡын һуңлаттығыҙ.- Мин Һеҙгә нисәһендә фатирға кергәнемде онотҡанмын, кисә бик һуң ҡайттым. Әгәр мөмкин булһа иртәгә иҫәпләшербеҙ, - дорфа ҡатынды тынысландырырға ашыҡты Ләйсән.- Иртәгә? - Фатир хужабикәһенең тауышы был юлы тағы ла асыуланыбыраҡ сыҡты. - Биш минуттан ҡайтып етмәһәгеҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ!- Биш минуттан, үкенескә ҡаршы, бер нисек тә ҡайтып етә алмайым, беренсенән-пробка. Икенсенән, әле ике сәғәтлек юл. Ә беҙ бер урында торабыҙ пробкала, сөнки бөтәһе лә эштән ҡайта хәҙер.- Бер нәмә лә белмәйем, тиҙерәк ҡайтып етегеҙ һәм хәҙер үк өйҙө бушатығыҙ. Ҡайҙа китһәгеҙ ҙә китегеҙ...Ир кешенең тауышы ҡалтыранып ишетелде, әйтерһең дә уның хәҙер бар булмышын ошо аҡса хәл итә кеүек. Теге көн үҙе:" Алты фатирымды квартирантларға биргәнмен, бер-ике көн һуңға ҡалып түләү бер нимәне лә хәл итмәй. Ике урында автосервисым бар. Тик сығып китер булһағыҙ, ике аҙна алдан хәбәр итегеҙ," - тигәйне.Башта ҡырҡ уй, ҡырҡ һорау тыуҙы. Ләкин был минутта бөтәһе лә туҡтап торған һымаҡ булды... Әллә ҡайҙан теҙелгән пробка ла хәлдең ыңғай хәл ителмәүенә ишара ине. Ни булһа ла булыр тип, күңеле менән машинанан төшөп йүгерергә теләгән ҡатын үҙен тыныс тоторға тырышты. Етмәһә бөгөн телевидениеға төшөргәйнеләр. Иртәнән ҡаңғырып йөрөп, башы әйләнгән Ләйсән ошо фатирҙы табырға ярҙам иткән дуҫына шылтыратып кәңәшләшергә булды.- Мин әле һатыуҙамын. Магазинда. Хәҙер һөйләшеп ыңғайға көйләп ҡарайым, борсолмай тор - тине ул мөләйем генә. Бер-нисә минуттан Ләйсәндең телефоны йәнә шылтыраны:- Ләйсән, һин минең тура эшемә кил. Унан фатирыңа икәүләп барырбыҙ. Телефондан беҙ, үкенескә ҡаршы, килешә алманыҡ. Әгәр фатирҙы бушатырға ҡушһа, әйберҙәреңде икенсе урынға күсерергә ярҙам итермен.Ҡатындың бит алмаларын ярып күҙ йәштәре тәгәрәне. "Хәҙер төн уртаһында ҡайҙа барам инде?"— тигән уй мейеһен ярып үтте. Ярҙам итәм, имеш. Әйтеүе генә анһат. Дуҫының һүҙҙәре иҫкә төштө:" Бер нимә лә был донъяла үкенесһеҙ булмай,- тигәйне ул фатир эҙләгәндә. - Бер ваҡытта ла бер нимәгә лә ҡайғырырға ярамай, аңланыңмы?Мин үҙемдең тормош иптәшем менән 20 йыл хөрмәт йөҙөнән йәшәйем. Беренсе кластан алып унынсы класка тиклем бер ҡыҙҙы яраттым. Ләкин ата - әсәләребеҙ бер - береһен күрә алмау сәбәпле беҙгә өйләнешеп йәшәргә насип булманы шул, Ләйсән. Хәҙер ике бала үҫте. Ҡыҙыбыҙ кейәүҙә. Ике бала үҫтерәләр. Малайым өйләнәм, тип йөрөй. Был тормоштоң бер ваҡытта ла һин уйлағанса ғына булғаны юҡ. Мин ул мөхәббәтемде ғүмер буйы һағынып, яратып йәшәнем. Ул кейәүгә сыҡҡас, үс итеп икенсе кешегә өйләндем. Үҙемдең дә һүҙем түгел инде. Ата - әсәйем шулай һораны. Мин уларҙың һүҙен йыға алманым. Тормошта бик күп нәмәләр беҙ уйлағанса булмай. Тимәк, тәҡдирҙе ҡабул итергә кәрәк. Кеше йәшәй - йәшәй бер - береһенә өйрәнә икән ул, Ләйсән. Бер - береңә хөрмәт уяна. Балалар тыуғас бөтә нимә уртаҡҡа әйләнә...- Һеҙгә ҡайҙа? - Водителдең тауышы Ләйсәнде һиҫкәндереп ебәрҙе. Ул тәүҙә өйгә ҡайтырғамы икән тиеп уйлап та өлгөрмәне - телефон шылтыраны. Мин магазинымды яптым. Һеҙҙе көтәм. Ҡайҙаһығыҙ әле?- Ярай, хәҙер килеп етәбеҙ һеҙҙең янға...Ләйсән водителенә уны Ленин урамына алып барыуын һораны.Бында Ләйсәнде тулҡынланып көтәләр ине. "Әйҙә, такси килә хәҙер. Өйҙән ҡыуһалар, беҙгә килеп тороһоң, ҡатын менән һөйләштем. Иртәгә берәй нимә уйларбыҙ, тине ул йылмайып.Асыуы ҡабарған ир,такси килеп туҡтау менән үҙенең машинаһынан сығып баҫты ла, ҡара һөрөмөн әйләндереп Ләйсәнгә ҡараны:- Бер көнгә фатир хаҡын һуңлаттығыҙ. Хәҙер үк өйҙән сығып китегеҙ! - Тауыш шул тиклем нәфрәт менән сыҡты, әйтерһең, Ләйсән квартирант түгел, ә был йортто күтәреп китеп барған һымаҡ тойолдо. Ул күтәрелеп ҡарап бер ниҙә әйтергә баҙнат итмәне. Артынан ике ир эйәртеп, ҡабаланып дүртенсе этаждағы фатирға ашыҡты. Ни булһа ла булыр, тик төнгө сәғәт 11-ҙә яҙыҡ ҡына ҡайҙа барырын күҙ алдына килтерә алмаһа ла... Хәлдең бынан да ауырығанын күтәргән йөрәге күтәрер әле.Фатир хужаһы залға инеп, креслоға барып ултырҙы. Ярҙам итешергә килгән Мансур, кухняға инеп, холодильниктағы әйберҙәрҙе йыя башланы. Ләйсән ни әйтергә лә белмәне. Хәҙер нисек кейемен алмаштырып әйберҙәрен йыйыр? Аҡса өсөн йәне сыға яҙып ултырған ирҙең һулышы асыуҙан йышайған һымаҡ тойолдо. Ул күҙен дә алмай ҡатынға төбәлгән ине. Сумаҙандар инде сығырға әҙер булды. Кеҫәлә аҡса ла бар. Тик Ләйсәндең ошо хәлдә ҡалыуына ғәрлегенән йөрәге әрнеп ванна бүлмәһенә инеп аҡырып илай башланы. Ә бит үҙе бер ваҡытта ла кешегә ҡаты ҡағылмай. Яҙмыш ниңә уға шул тиклем яуһыҙ икәненә өҙгөләнде. Битенән ҡап - ҡара булып күҙ йәштәре менән краска аҡты. Һыу ҙа алмай һымаҡ тойолдо буяуын. Төн уртаһында арыған йәне башҡа кешегә барып йоҡларлыҡмы һуң? Ҡыҙ тыйыла алмай үкһене...- Әле яныңда күпме аҡсаң бар түлә. Ярай, ҡалып тор бөгөнгә.Өҫтәлгә ҡыҙыл аҡсалар килеп ятҡас, ирҙең йөҙө үҙгәреп китте. Шатлығынан күҙҙәре яҡтырҙы. Ә бит биш минут элек шул аҡса өсөн Ләйсәнде саҡ тотоп ашаманы.Аҡсаны кеҫәһенә һалып фатир хужаһы өйҙән сыҡҡанда сәғәт байтаҡты һуҡҡан ине. Ярҙам итергә килгән Мансурҙы ла юғалтып, телефоны ҡысҡыра башланы. Уларҙың арттарынан ишек бикләпЛәйсән бер үҙе ҙур ҡаланың тәҙрәһенә баҡты. Күңелдә ниндәйҙер бер төйөр барлыҡҡа килде. Был ваҡытта йыуатыу һүҙе кәрәкмәй ине. Ул үҙенең ошо хәлгә ҡалыуына ғәрләнде. Ир башы менән бер көн түләү хаҡын һуңлаткан өсөн ҡатын-ҡыҙҙы күҙ йәштәрен түктерткән ир күҙ алдынан китмәне. Ул бит барыбер фатир хаҡын түләр ине. Ошо тауыш сығарыу кәрәк инеме икән ни? Тормош беҙгә һәр нимәнән һабаҡ алырға ҡуша. Был да Ләйсән өсөн яҡшы аҡыл булды.
Зөлфиә Фәйрушина
Читайте нас: