Йомош төшөп, тыуған яҡҡа ҡайтырға булғас, социаль селтәрҙәге юлаусылар төркөмө аша юлайҡан машина таптым. Водитель – урта йәштәрҙәге ир, юлдаштарым – үҫмер менән оло ғына йәштәге апай, улары ейән менән өләсәй булып сыҡты. Оҙон юлда кафела туҡтап сәй эсергә тура килде. Ейәне ашап-эсеп тороп киткәс, һүҙгә шәп апай хәлен һөйләп ташланы.
“Ҡыҙым 16 йәшендә йөрөгән егетенән ауырға ҡалды. Ғаилә ҡоронда: “Яраһы сәскәһе ошолор, тыуыр йәнде ҡыймайыҡ”, – тип ҡарар иттек. Егеттең ата-әсәһе менән килешеп, никах уҡыттыҡ, йәштәр үҙ аллы донъя көтһөн тип, ике яҡлап ярҙам итеп, фатир хаҡын түләп торҙоҡ. Тик балаларҙың бергә йәшәргә әллә теләктәре булманы, әллә ғаилә тормошона әҙер түгелдәр ине. Йыш ҡына тауыш ҡупты, кейәү дуҫ-иштәре менән кәйеф-сафа ҡорорға яратты, тапҡан аҡсаһын ғаиләһенә тотонманы тиерлек. Бала тыуғас, хәл тағы ла ҡатмарлашты, ҡыҙымдың да әхирәттәре менән осрашҡыһы, кеше араһында йөрөгөһө килә, тик ул өйҙә ултырырға мәжбүр. Баланы миңә ҡалдырыуҙар, фатирға дуҫтарын йыйып, шау-шыулы табын ҡороуҙар йышайҙы. Күршеләре хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп, бер нисә тапҡыр акт төҙөнөләр, эш сабыйҙы ата-әсәһенән тартып алыуға яҡыная башланы. Ейәнемде балалар йортона ебәрмәү өсөн үҙемә алдым, оҙаҡ та тормай йәштәр айырылышып та ҡуйҙы. Ҡыҙым техникум бөтөп, эшкә урынлашты. Улына ҡарата баштан нисек һалҡын булһа, әле лә шулай. Хәҙер ейәнемә 14 йәш, ул тулыһынса ирем менән минең ҡарамаҡта. Ҡыҙым 26 йәшендә икенсегә тормошҡа сыҡты, кейәү менән арыу ғына йәшәйҙәр, ике йәшлек ҡыҙҙары бар. Ейәнемдең әсә наҙын күрмәй үҫеүе, улар араһындағы һалҡын мөнәсәбәт кенә күңелемде әрнетә…
Үҫмерлек ҡорона еткәйне, беҙҙе лә тыңламай башланы. Ҡырға китәм тип, үҙенекен һөйләп, Өфөгә гимназия-интернатҡа һынау биреп ҡайтып барабыҙ. Уҡыуы яҡшы ла ул, тик ҡулдан ысҡынып китмәҫме, тип борсолам. Етмәһә, түләүҙәре лә арыу ғына икән. Пенсиябыҙ артыҡ күп түгел, ҡала ерендә йәшәгәс, итен-майын, барыһын да һатып алабыҙ. Ҡыҙыма, уҡырға инһә, улыңа ярҙам итерһегеҙ инде тигәс: “Нисек? Мин бала менән өйҙә ултырам, кейәүеңдең эш хаҡы бәләкәй, етмәһә, он и не должен”, - тине лә ҡуйҙы. “Аҡса етмәй” тигәнде ейән аңламай. Баш ҡатҡан инде…”
“Әсә күңеле – балала, баланыҡы – далала” тип белмәй әйтмәгәндәрҙер инде…