Үлем менән йәшәү араһында көрәшкән әсә менән яңы тыуған сабый икеһе лә тере ҡалған һәм кисә осрашып, өйҙәренә ҡайтып киткән. Был күңелле яңылыҡты республиканың һаулыҡ һаҡлау министры хәбәр итә
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинға хәбәр иткән көн һайын республика учреждениеларындағы иң ауыр хәлдәр буйынса оператив мәғлүмәт килеп тора. “Шундай хәлдең береһе менән уртаҡлашырға булдым. Кисә кардиоүҙәктән бик ауыр диагнозлы – йөрәгендә физик кәмселеге булған пациент ҡайтып китте. Был осраҡтың үҙенсәлеге шунда: ул йөрәге аҫтында сабыйын йөрөтә ине. Эйе, ул үҙе өсөн ауыр һәм мөһим ҡарарға килгән – ауырын һаҡлап ҡалырға хәл иткән. Бөтә был ваҡыт эсендә уны табиптар иғтибар менән күҙәткән, тик 29-сы аҙнала әсәнең дә, баланың да хәле насарланған. Тиҙ арала консилиум йыйылған һәм бер юлы ике операция үткәреү тураһындағы ҡарар ҡабул ителгән”, – тип яҙа Максим Забелин.
Пациент ҡатын Зарина К. 13 йыл элек тәүге балаһын тапҡан булған. Һәм ваҡыт үткәс ул сире тураһында белһә лә, икенсе тапҡыр ауырға ҡалырға ҡарар иткән. Икеһенең дә хәле насарланғас, операция эшләргә булалар. Был үҙенсәлекле операция биш сәғәт дауам иткән.
Беренсеһен – кесарево операцияһын республиканың перинаталь үҙәге командаһы башҡарған. Икенсеһен – ҡатындың йөрәгенә операцияны - үҙәктең кардиохирургтары үткәргән. Табиптар ике ғүмер өсөн дә аҙаҡҡа тиклем көрәшкән һәм еңеп сыҡҡан.
Һәм бына кисә уларҙың икеһен дә өйҙәренә ҡайтарғандар. Бәләкәй генә бәпес өйөндә ауырлыҡ йыйасаҡ.
Һуңғы ваҡыт медицина тармағынан ыңғай яңылыҡтар күбәйҙе. Был - шатлыҡлы хәл.
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары