Новости
28 Февраля 2020, 08:45

Талисманды бергәләшеп һайлайбыҙ

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йылының талисманын һайлауға Башҡортостандан килгән конкурс эше лә эләккән.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йылының талисманы әлегә билдәле түгел, уны бөтә ил менән бергә һайлайбыҙ. Бәйгенең шорт-битенә Башҡортостандан килгән конкурс эше лә эләккән. Ул – “Яҙғы ямғыр” тип атала. Илдең бөтә төбәктәренән ебәрелгән эштәр өсөн асыҡ тауыш биреү иғлан ителде һәм иң күп тауыш йыйғандар был исемлеккә эләкте.
Тауыш биреү ун көн дауам итте. Интернет файҙаланыусылар тауышын иҫәптә тотоп, 77 эш һайлап алынды. Улар араһынан еңеүсене жюри ағзалары һайлап аласаҡ.
Еңеүсе-талисман һүрәте Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы барышында башынан аҙағына тиклем файҙаланыласаҡ. Ул баҫма, мәғлүмәт һәм реклама тауарҙарында урын аласаҡ.
“Рәсәйҙең 74 төбәге халҡы ҡатнашты был милли бәйгелә. Халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһимлеген, уның киләсәк өсөн әһәмиәтен күрһәтә алыу – бик тә еңел булмаған бурыс, – тинеләр конкурсты ойоштороусылар. – Эйе, был мөһим дәүләт кимәлендәге сара өсөн талисман булдырыу һәр Рәсәй гражданы өсөн етди саҡырыу ине. 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ғәҙәти түгел, унда тәүге тапҡыр IT-технологиялар файҙаланыласаҡ. Еңеүсегә бүләк тә лайыҡлы – 60 мең һум аҡса һәм бөтә илгә танылыу”.
Конкурс һөҙөмтәләре 28 февралдән дә ҡалмай бәйгенең рәсми сайтында баҫылып сығасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 1-нән 31 октябргә тиклем үтәсәк. Унда һанлы технологиялар ҡулланыласаҡ. Быйылғы кампанияның төп яңылығы – Рәсәй халҡы дәүләт хеҙмәттәренең Берҙәм порталында электрон иҫәп алыу битен үҙаллы тултыра аласаҡ.
Йорттар буйлап йөрөгәндә, иҫәп алыусылар махсус программалы планшеттар менән ҡулланасаҡ. Шулай уҡ иҫәп алыу участкаларында, шул иҫәптән Күп функциялы үҙәктәрҙә лә яҙылырға мөмкин.
Фото Башинформ агентлығынан.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас