Яйыҡ
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2020, 12:32

Учалы ниңә ҡиммәтсел икән?

Фатир хаҡтары беҙҙә мегаполистарҙағы һымаҡ бит....

Торлаҡты сафҡа индереү буйынса район республика рейтингында 9-сы урында. Яҡшы күрһәткес, әммә төп өлөштә шәхси йорт төҙөлөшө иҫәбенә генә икән. һуңғы өс йылда Учалы ҡалаһында ни бары бер күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырыла. “Һөҙөмтәлә Учалы ҡалаһында бер квадрат метр торлаҡтың хаҡы саманан тыш юғары -42-43 мең һумға етә, күпкә ҙурыраҡ Манитогорск һәм Силәбе ҡалаһы менән тиңләштек. Был проблема менән ныҡлап шөғөллөнергә тура килә”, - тип борсолоп билдәләне район Советы ултырышында хакимиәт башлығы Руслан Ғиләзетдинов.
Баҙар иҡтисады ҡануны шул инде – ниндәйҙер тауар (был осраҡта фатирҙар) аҙыраҡ тәҡдим ителә башлаһа, шундуҡ хаҡтары күтәрелә.
Киләсәктә күп фатирлы йорттар күберәк сафҡа инер, тигән өмөттә ҡалабыҙ – Учалы ҡалаһында йәшәргә теләүселәр байтаҡ бит әле.
Илфат Янбаев
Читайте нас: