Учалы муниципаль филармонияһы коллективына ПАЗ маркалы өр-яңы автобус бирелде. Уны “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты сиктәрендә тапшырҙылар. 35 урынға иҫәпләнгән автобус хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә, контроль саралары менән йыһазландырылған. Ҡала хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов филармония директоры Әлмир Мөхәмәтйәровҡа автобус асҡыстарын тапшырып, артистарға ижади уңыштар теләне, яңы транспортты ҡарап, ундағы шарттар менән танышты. Учалы филармонияһы коллективы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә Башҡортостандың күп милләтле мәҙәнитен лайыҡлы күрһәтә. Фото район хакимиәте сайтынан.