Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Февраль 2020, 13:30

Әбйәлилдә юлдар яҡшырасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Хөкүмәт ағзалары Сибайҙа, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында юл һалыу һәм ремонтлау барышы менән танышты.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Хөкүмәт ағзалары Сибайҙа, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарында юл һалыу һәм ремонтлау барышы менән танышып ҡайтты. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты беҙҙең илдәге юлдарҙың талаптарға яуап биргән өлөшөн арттырыу, хәрәкәт тығыҙлығын кәметеү, юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатын ҡуя. Әлеге сәфәр барышында ла шул бурыстарҙың үтәлеше тикшерелде. Улар “Технострой”ҙың асфальт-бетон ҡушылмаһы өсөн минераль порошок етештергән урындағы заводтың эшен һәм Дәүләт – Әлмөхәмәт автомобиль юлының төҙөлөшөн ҡараны. Тимер юл аша үтәсәк 2,28 километр оҙонлоҡтағы юл быйыл файҙаланыуға тыпшырылырға тейеш. Андрей Назаровтың күрһәтмәһенә ярашлы, ошо тармаҡтағы тағы бер объект булған Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай юлы төбәк заказы исемлегенә индерелде. Был юл муниципаль-ара бәйләнештәрҙе яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
"Башҡортостан".
Читайте нас: