Был хаҡта һуңғы район Советы ултырышында мәғлүм булды: Учалы халҡы башлыса ни сығанаҡтар иҫәбенә тамаҡ аҫрай? 45 процент керем – эш хаҡтары, 20 процент – социаль түләүҙәр ( пенсия, пособие, стипендия) һәм 16 процент тирәһе - бурыс-хәжәттәр. “Кредитҡа алған аҡсаны кире ҡайтарыу сығанаҡтары хәстәрләнмәгән осраҡтар ҙа булғылай, халыҡтың финанс грамоталылығын арттырыу, финанс тоҙаҡтарға эләгеүҙән ҡурсалау – көнүҙәк бурыстарҙың береһе” – тип билдәләне район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.