Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Март 2020, 10:20

Йәйгеһен - кәмәлә, ә ҡышҡыһын - ҡаргиҙәрҙә

Ябай хат ташыусының ҡаһарманлығы һоҡландырмай ҡалмай.

«Телефондар, магазиндар һәм дарыуханалар булмаған ергә»: Башҡортостандың хат ташыусыһы - «Рәсәй ғорурлығы». Ул 20 йылдан ашыу цивилизацияһыҙ ауылдарға төрлө кәрәк-яраҡтар килтерә 130 саҡрым. Йәйгеһен - кәмәлә, ә ҡышҡыһын - ҡаргиҙәрҙә. Яңғыҙы ғына. Алена Алеева бына 22 йыл инде Ҡариҙел районында хат ташыусы булып эшләй, республиканың алыҫтағы - юлдар, телефондар булмаған ауылдарына дарыуҙар, аҙыҡ-түлек һәм гәзит-журналдар килтерә. Был ауылдарҙа пенсионерҙар ғына йәшәй. Улар өсөн Алена - цивилизация менән берҙән-бер бәйләнеш. — Һәр береһе менән аралашырға, яңылыҡтар тураһында һөйләргә, уларҙы тыңларға, яңы заказдар ҡабул итергә кәрәк. Кешеләр менән аралашыу - һөнәремдең бер өлөшө, - ти ул. Элек Алеева атта йөрөгән, ләкин был хәүефле - йылғала боҙ урыны менән йоҡа булыуы мөмкин, бындай осраҡта ҡыйыу ханым аттан төшөп, йүгәненән тотоп барған. 8 йыл элек почта Аленаға ҡаргиҙәр һатып алған, ул уны үҙе һайлаған - шәп булмаһа ла, ышаныслы. Ҡар күп яуған көндәрҙә ауылдарға уның менән дә инеп булмай - был саҡта ул саңғыға баҫа. Алена Сыбыҡ ауылында яңғыҙы ғына йәшәй. Ире һаҡсы булып эшләгән сағында һәләк булған, ә ҡыҙы Өфөлә Аграр университетта уҡый, ял көндәрендә әсәһенә ҡайтып йөрөй. — Беҙҙең яҡты юҡҡа ғына «Икенсе Швейцария!» тип йөрөтмәйҙәр. Бында бик матур. Тирә-яҡта тауҙар, йылға тап-таҙа. Мин шул тиклем күп йөрөйөм, әллә күпме пейзждар күрәм. Һүрәт төшөрә белмәүемә генә үкенәм. Мотлаҡ төшөрөр инем!
""Минең Өфөм" сайтынан.
Читайте нас: