Яйыҡ
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2020, 10:25

Мәктәп медицинаһы ниндәй буласаҡ?

Мәктәптәрҙә сәләмәт туҡланыу мәсьәләһе көн ҡаҙағында тора.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#Башкортостан
"Ҡанатлан!”мәғариф форумында “Мәктәп медицинаһы” тип аталған майҙансыҡ бик үҙенсәләеле булды. Унда һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин модератор булып сығыш яһаны. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, сәләмәт туҡланыу мәсьәләһе көн ҡаҙағында торған, хәл итеүҙе көткән проблемаларҙың береһе. Түңәрәк өҫтәлдәге фекер алышыуҙа уҡыусыларҙы диспансеризациялау, балалар сирҙәрен иҫкәртеү, сәләмәт тормошто пропагандалау, стоматология мәсьәләләре ҡуҙғатылды. Республикала балалар поликлиникаһының һәм мәктәптәге медицина кабинетының берҙәм һанлы контурын индереү ҙә ҡаралды. Хатта ошо йәһәттән үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән мәктәптәргә “Сәләмәтлек биләмәһе” тигән статус бирелеүе мөмкин. Форумда мәктәп медицинаһы буйынса ҙур тәжрибә туплаған коллективтар тарафынан оҫталыҡ кластары үткәрелде. Мәктәпкәсә йәштәге ойошмаларҙа тәрбиәләнеүселәр һәм уҡыусыларҙың сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу буйынса республика ведомство-ара саралар планы проектын – “юл картаһы”н әҙерләү йыйындың һөҙөмтәһе булды.
"Стәрлебаш шишмәләре".
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас: